Ошо хаҡта Башҡортостандың ҡала тирәләй пассажир компанияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Составта ултырғыстар һаны – 414. Бер юлы барыһы 1300 кеше йөрөтөүгә иҫәпләнгән. Хәрәкәттең иң юғары тиҙлеге – сәғәтенә 160 км.
Өфө –Приют маршруты буйынса юл хаҡы – 535 һум. Федераль һәм төбәк льготаларының барыһы ла ғәмәлдә., шул иҫәптән мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн. 2022 йылдың 1 ғинуарынан 75% ташлама 5 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалар билетына бирелә.
Экспресс юлда 2 сәғәт 55 минут бара.
«Ласточка» — «Ҡарлуғас» электропоезы автойөрөтөү системаһы, күҙәтеү камералары һәм интеллектуаль идара системаһы менән йыһазландырылған. Вагон-ара ишектәр янғынға ҡаршы эшкәртелгән, утҡа ҡаршы торор быяла, рама һәм тығыҙлағыстар ҡуйылған. Салондарҙа һауаны зарарһыҙландырыу системаһы урынлаштырылған климат-контроль эшләй.