Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Конкурсҡа Рәсәйҙең 63 төбәгенән бөтәһе 532 ғариза килде, тип билдәләне ул.
«Беҙ мәктәптә балаларҙы һәйбәт ашатыр өсөн эҙмә-эҙлекле һәм көсөргәнешле хеҙмәт иттек. Был йүнәлештә күп эш башҡарылды. Туҡланыу сифаты, урындағы аҙыҡ етештереүсе тауарҙары артты, ошо өлкәгә аҡса һалырға әҙер инвесторҙар табылды», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостанда мәктәптә туҡланыу сифатына зарланған мөрәжәғәттәр кәмей бара, тип өҫтәне республика етәксеһе.
«Мәктәптә туҡландырыу реформаһын башлап ебәргәс, уны Рәсәйҙә алдынғылар сафына индереү бурысын ҡуйҙым. Эксперттарҙың юғары баһаһы бик мөһим. Әлбиттә, беҙҙең өсөн иң әһәмиәтлеһе — балаларҙың һәм ата-әсә фекере. Халыҡтан ялыуҙар һирәк килә, бер йылда социаль селтәрҙә мәктәптә ашатыу темаһына мөрәжәғәттәр ете тапҡырға кәмене. Шул уҡ ваҡытта мәктәптә ҡайнар аш менән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бирелә, был да беҙҙең төп ҡаҙаныш. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өҫтөндә лә эшләйбеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.