Был туралағы ҡарар «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәте төбәк штабының киңәйтелгән ултырышында ҡабул ителде. Сара республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәтенең Башҡортостан штабы етәксеһе Вадим Курилов рәйеслегендә уҙҙы. Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларында Үлемһеҙ полк колонналары иртәнге ундан теҙелә башларға тейеш. 11 сәғәттән бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителә. “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашыусылар 11 сәғәт 12 минут тигәндә хәрәкәт башларға тейеш. Рәсәйҙә был акция — йыл да, Башҡортостанда 2014 йылдан алып уҙғарыла. Пандемия осоронда, 2020-2021 йылдарҙа, акция онлайн ойошторолдо.
Быйыл “Үлемһеҙ полк” акцияһы ғәҙәти форматта үтәсәк
Быйыл “Үлемһеҙ полк” акцияһы ғәҙәти форматта үтәсәк