Үҙенсәлекле операция

Үҙенсәлекле операция

Өфө табиптары ҡаты йәрәхәт алған пациенттың ҡулын операция эшләп ҡотҡарып ҡалған. Һигеҙ сәғәт эсендә һәленеп төшкән ҡул суғын бөртөкләп йыйырға тура килде, ти хирургтар. Туғыҙ йәшлек Егор Маханьковҡа өҫ кейемен кейеү ауырға тура килә, шуға ла уға әсәһе ярҙам итә. Былтыр ноябрь малай бәхетһеҙ хәлгә тарып, һул ҡулын ҡаты йәрәхәтләй. Табиптар алдында ҡулды киҫергә йә иһә операция эшләп һаҡлап ҡалырғамы тигән һорау килеп тыуа. Малайҙың ҡулына операция эшләргә Октябрьский ҡалаһына Өфөнән тәжрибәле табиптар — ангиохирург, нейрохирург һәм травматолог-ортопед ебәрелә. Ҡулды тура мәғәнәһендә “бөртөкләп” йыйып алырға тура килде, ти хирургтар. Һөйәктәр урынына кире ҡайтһын өсөн бер нисә айға махсус “Илизаров аппарат”ын ҡуялар. Операция киске сәғәт 11-ҙә башланып, таңғы 7-лә генә тамамлана. Һәр хирург үҙ эшен генә башҡарып ҡалмай, әмәлиәт барышында хеҙмәттәштәренә лә ярҙам итә. Әле Егор табиптар күҙәтеүе аҫтында. Быға оҡшаш ауыр операция бәхеткә күрә һирәк осрай, ти хирургтар. Операциянан һуң ҡул һәм бармаҡтарҙың ауыртыуы-яҡшы күрһәткес. Тимәк һиҙгерлек тойғоһо тергеҙелгән, ти аҡ халатлылар. Ошо арала малайға йәнә бер операция эшләйәсәктәр. Ә Егорҙың хыялы берәү генә-тиҙерәк йүнәлеп сығырға. Егор әле мәктәпкә йөрөй алмай, шулай ҙа ул уҡыу программаһынан артта тороп ҡалырға теләмәй. Дәрестәрҙе дистанцион үҙләштерә, буш ваҡытында китаптар уҡый. Табиптар пациенттың хәлен яҡшы, тип билдәләй. Ул әлегә ваҡытлыса дауаханала ҡаласаҡ. Ошо арала уға махсус күнекмәләр, массаж эшләргә тура киләсәк.