Рәсәй-мөмкинлектәр иле

Рәсәй-мөмкинлектәр иле

Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов Нестеров исемендәге музейҙа республика йәштәре менән осрашты. Сарала уҡыу алдынғылары, юғары уҡыу йорттары активистары- дәүләт идаралығының бәләкәй академияһы тыңлаусылары ҡатнашты. Баш федераль инспектор тәүҙә билдәле яҡташыбыҙ, үҙ иленең патриоты, талантлы рәссам Михаил Нестеровты иҫкә алды. Артабан Рәсәйҙәге хәрби –сәйәси хәлгә күҙәтеү яһап, йәштәргә интернет селтәрендәге фейктарҙы дөрөҫ мәғлүмәттән айыра белергә саҡырҙы. Һуңғы йылдарҙа йәштәр мөхитендә үҫеш һиҙелерлек. Илгә ҡарата санкциялар, махсус хәрби операцияларға ҡарамаҫтан йәштәр менән алып барылған эшмәкәрлек туҡтатылмай, тине Алексей Касьянов. Һәр бер милли проектта йәштәрҙе хуплаған махсус йүнәлеш бирелә. Мәҫәлән, «Рәсәй-мөмкинлектәр иле» президент платформаһында фән, спорт, ижади йүнәлештәге проекттарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Баш федераль инспектор йәштәргә бер нимәгә ҡарамай үҫеш юлында булырға, юғары маҡсаттар ҡуйып уға ҡыйыу ынтылырға кәңәш итте.