Байрам Урал аръяғы һәм күрше төбәк балыҡсыларын йыйҙы. Билдәләнгән ваҡыт эсендә күберәк балыҡ тотоп өлгөргән спортсы еңеүсе булды. 92 йәшлек Хөрмәтулла Теүәлев ғүмеренең 78 йылын балыҡ тотоу менән мағыуа. Был юлы ла ул балыҡсылар фестиваленә үҙ оҫталығын һынап ҡарарға килгән. Өсөнсө тапҡыр ойошторолған фестивалгә быйыл республика район-ҡалаларынан һәм хатта күрше өлкәләрҙән 150-нән ашыу ҡатнашыусы йыйылды. Ҡышҡыһын балыҡ тотоу айырыуса мауыҡтырғыс. Тәжрибәле балыҡсылар әйтеүенсә, был шөғөлдөң үҙ серҙәре лә бар. Мәҫәлән, хатта мәкене лә дөрөҫ уя белер кәрәк. 85 йәшлек Ишҡәле Сыңғыҙов һүҙҙәренсә, һәр миҙгелдә балыҡ ҡармаҡлау ул үҙенсәлекле шөғөл. Ә ҡышһын айырыуса мауыҡтырғыс. Ял сәғәттәрен файҙалы һәм күңелле итеп үткәрергә, тәбиғәт менән аралашыуҙан ләззәт алыу үҙе бер байрам, ти балыҡсы. Ярыш шарттары буйынса балыҡсыларға балыҡ тотоуға өс сәғәттән ашыу ваҡыт бирелде. Ошо арауыҡта улар төрлө ысулдар менән үҙҙәренең балыҡсы һәләтен асты, балыҡ тиҙерәк ҡапһын өсөн мәкене әүрәткестәр менән емләп, ҡармаҡтарын ҡуйҙы, иркен быуаның бер урынынан икенсе — “балыҡлыраҡ” урынына күсеп тә йөрөнө. Бының өсөн сикләү юҡ ине. Йылайыр районының Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысында үткәрелгән фестиваль сиктәрендә ойоштороусылар шулай уҡ изге эш атҡара. Яҙғыһын һыу ятҡылығына селбәрә ебәреү йәһәтенән акция үткәрҙе. Фестиваль Йылайыр һәм Хәйбулла райондары менән берлектә ойошторолған. Инде изге йолаға әүерелгән мауыҡтырғыс сара йылдан-йыл күберәк кешене үҙенә йәлеп итә. Был иһә эске туризымды үҫтереүгә һәм дуҫлыҡ ептәрен нығытыуға ҙур этәргес булып тора. Дүрт сәғәт дауам иткән фестивалдә иң күп һәм иң ҙур балыҡ тотоусылар еңеүсе тип танылды. Һуңынан ҡатаншыусылар һәм ҡунаҡтар бер өҫтәл артында яңы тотолған балыҡтан ауыҙ иттеләр.
Йылайыр районында ҡышҡы балыҡ тотоусылар фестивале үтте
Йылайыр районында ҡышҡы балыҡ тотоусылар фестивале үтте