Ял көндәрендә йәрминкәләргә рәхим итегеҙ

26 - 27 мартта башҡала халҡын йәрминкәләр саҡыра. Өфөлә ауыл хужалығы тауарҙары менән сауҙа итеү буйынса сираттағы йәрминкәләр ойошторола. Ошо хаҡта ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Ғәҙәттәгесә йәрминкәләрҙә төбәк хужалыҡтары етештергән саф ризыҡ тәҡдим ителә. Хаҡтары – баҙарҙағынан түбән.

26 мартта ит, бал һәм башҡа тәбиғи ризыҡ төрҙәрен Дим районында Хәҡиҡәт урамының Таллин һәм Ухтомский урамдары араһындағы өлөшөндә йәйелдерелгән майҙанда һатып алырға мөмкин. Йәрминкәләр шулай уҡ Интернациональ һәм Машина төҙөүселәр урамдары киҫелешендә, Эшсе хәбәрселәр урамы 20 адресы буйынса, Әхмәтов урамындағы “Тулҡын” паркы эргәһендәге, Спорт һарайы, Серго Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы һәм Йәштәр мәҙәниәт һарайы эргәһендәге майҙандарҙа эшләй.

27 мартта ауыл хужалығы йәрминкәләре Интернациональ һәм Машина төҙөүселәр урамдары киҫелешендә, Эшсе хәбәрселәр урамы 20 адресы буйынса, Спорт һарайы, Серго Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы эргәһендәге майҙандарҙа дауам итәсәк.

Йәрминкәләрҙең эш ваҡыты сәғәт иртәнге ундан көндөҙгө дүрткә тиклем.