Хужаһыҙ берәҙәк бесәй һәм эттәрҙең яҙмышын яңы закон хәл итә алырмы?

Тулыраҡ: Хужаһыҙ берәҙәк бесәй һәм эттәрҙең яҙмышын яңы закон хәл итә алырмы?

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары 1 ғинуарҙан эшләй башлаған закондың үтәлешен тикшерҙе. Берәҙәк хайуандарҙың артыуы, кешеләргә ташланыуы, малдарҙың зыян күреүе ҡырҡыу мәсьәләләрҙең береһе. Башҡортостан ветеринария идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә әлеге ваҡытта республикала 150 мең эт һәм бесәй ҡарауһыҙ ҡалған, шуның 30 меңдән ашыуы Өфөгә тура килә. Килеп тыуған хәлде яҡшыртыу йәһәтенән 16 майҙа хужаһыҙ хайуандарҙы аулау һәм тәрбиәләүҙе ойоштороу тәртибе раҫланғайны. Закондың үтәлешенә дәүләт ҡаҙнаһынан йыл һайын 63 миллион һум аҡса бүленә. Әлеге ваҡытта тулы ҡеүәттә тик Нефтекама ҡалаһында ғына приют эш башлаған. Йыл башынан алып 785 хайуан приютҡа урынлаштырылып, шуларҙың 250-һе ҡулдарға тапшырылған. Ҡайһы бер ҡала һәм райондарға әлегә аҡса бүленмәүен Башҡортостандың вкетеринария идаралығы етәксеһе Вәкил Буранбаев, системаның тулыһынса эш башлап өлгөрмәүе һәм конкурстың әле бөтә райондарҙа ла тамамланмауы менән аңлата.