Бөгөн Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә уҡыусылар өсөн йәйге лагерҙар асылды

Тулыраҡ: Бөгөн Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә уҡыусылар өсөн йәйге лагерҙар асылды

Башҡортостанда быйыл төрлө лагерь һәм шифаханаларҙа 207 мең бала сәләмәтлеген нығытасаҡ. Бынан тыш, мәктәптәр янындағы көндөҙгө лагерҙар ҙа эшләйәсәк. Миловка урта белем биреү мәктәбендә балаларҙы ҡабул итергә әҙерләнәләр. Уҡытыусылар һәм вожатыйҙар кластарҙы һәм бүлмәләрҙе тәртипкә килтерә, матур булһын өсөн стеналарҙы биҙәй һәм төрлө күңел асыу саралары әҙерләй. Бындағы көндөҙгө лагерҙа быйыл 150 уҡыусы ял итә.Башҡортостанда көндөҙгө лагерға быйыл 1 мең 440 бала йөрөй. 21 көн эсендә улар кинотеатрҙарға, театрҙарға, музейҙарға, төрлө паркттарға, боулингҡа барасаҡ. Күңел асыу сараларынан тыш, көндөҙгө лагерҙа булыу бушлай. Ә ҡала янындағы лагерҙарға килгәндә быйыл юлламалар кәмендә 9 процентҡа ҡиммәтләнгән. Балаларҙың ялын ойоштороуҙа үҙгәрештәр ҙә бар. Быйылдан республикала уҡыусыларҙың иҫәбен алыу буйынса берҙәм система индерелә. Ул быға тиклем Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында һынау үткән.Бюджет учреждениеларында эшләүсе ата-әсәләрҙең балаларына юлламалар 90 процентҡа тиклем субцидиялана. Ә ҡайһы бер предприятиеларҙың профсоюз ойошмалары 99 процентҡа тиклем юлламаның хаҡын ҡаплай. Быйыл да балаларҙың ялына Башҡортостан ҡаҙнаһынан 1 миллиард ярым һум аҡса бүленә. Бөгөндән ҡала янындағы ҡайһы бер лагерҙар эшләй башлай. Ә 16 июндән башҡалары ла үҙ ишектәрен аса. Йәйен 95 лагерҙа бөтәһе 45 мең бала ял итә һәм сәләмәтлеген нығыта ала. Башҡортостанда дөйөм алғанда бөтә төр ял менән 300 меңдән ашыу уҡыусы тәьмин ителә.