Өфөлә түләүле парковкалар булмай

Башҡала мэры ошондай ҡарар ҡабул итте. Өфө властары түләүле парковкалар ойоштороу эшен кисектереп тора.

«Хакимиәткә Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса советы мөрәжәғәт юллап, санкциялар индерелеү һәм ҡатмарлы иҡтисади хәлгә бәйле шарттарҙа был яңылыҡты индермәй торорға кәңәш итте. Мин ошо тәҡдимде хуплайым. Бөгөн автомобилселәребеҙгә финанс йөкләмәһе өсөн уңай ваҡыт түгел», — тине Ратмир Мәүлиев.

Өфө ҡала хакимиәте башлығы һүҙҙәренсә, ҡала үҙәгендә парковка өсөн эске резервтар бар. Ташландыҡ транспорт менән көрәшергә һәм проектында өҫтәмә парковка урындарын булдырыу ҡаралған Ленин урамы реконструкцияһын файҙаланырға кәрәк, тип иҫәпләй Ратмир Мәүлиев.

Шулай итеп, 2022 йылда республиканың башҡалаһында түләүле парковкалар булмай.