Рәсәйҙә төҙөлөш материалдарына хаҡ төшә

Һуңғы ваҡытта металдан һәм башҡа төҙөлөш материалдарынан яһалған продукцияға хаҡ төшөүе күҙәтелә, тип белдерҙе Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин. Уртаса алғанда, 9 процентҡа.

Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин һүҙҙәренсә, илдә металл продукцияға хаҡтың артыуын туҡтатыуға өлгәшелде. Рәсәйҙең эске сауҙа баҙарында йылына 42 миллион тонна ҡара металл ҡулланыла, шуның 29 миллион тоннаһы, йәғни 70 проценты, тиерлек — төҙөлөш тармағында, тип хәбәр итте ТАСС.