Юғары әҙерлек режимы тураһындағы указда үҙгәрештәр бар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.

Документтың яңы йөкмәткеһенә ярашлы, республикала 200 кеше ҡатнашлығындағы эшлекле, мәҙәни, күңел асыу, спорт һәм башҡа сараларҙы уҙғарыу өсөн оперштаб ҡарары талап ителмәй.

Дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар ойошторған сараларҙа 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашырға мөмкин. 500-ҙән күберәк кеше ҡатнашҡан саралар иһә (мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеларында үткәрелгәндәренән тыш) Рәсәй Федерацияһының Баш дәүләт санитар табибы ҡарары талаптарын иҫәпкә алып ойошторолорға тейеш.

Башҡортостанда йәшәгән йәиһә республика биләмәһендә булған кешеләргә коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация йәки ревакцинация үтергә кәңәш ителә.

Бер метр ярымлыҡ социаль арауыҡты мотлаҡ һаҡлау, бирсәткә кейеү, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең 50 процентын өйҙән эшләү тәртибенә күсереү тураһында тәҡдим ғәмәлдән сығарыла.

Дәүләт органдары һәм муниципалитет етәкселәре граждандарҙы шәхси ҡабул итеү ғәмәлен тергеҙә ала.

Эш биреүселәр «омикрон» штамы таралған ваҡытта Роспотребнадзорҙың эпидемияға ҡаршы саралар буйынса методик кәңәштәрен үтәүҙе тәьмин итергә тейеш.

Битлек режимын үтәү мотлаҡ.