Республика Хөкүмәтендәге сираттағы оператив кәңәшмәлә үткән аҙна ваҡиғаларына йомғаҡ яһалды һәм ағымдағыһына бурыстар билдәләнде. Кәңәшмә Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолдо һәм дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһынан башланды. Башҡортостан һәм Луганск халыҡ республикаһы наградаларын Радий Хәбиров тапшырҙы. Оператив хеҙмәттәрҙең аҙна ваҡиғаларына ҡағылышлы мәғлүмәттәре араһында хәҙер республика халҡы социаль селтәрҙәр аша иң йыш юллаған мөрәжәғәттәр исемлеге бар. «Инцидент-менеджмент» системаһы менән кире бәйләнеш платформаһына йыл башынан 27 мартҡа тиклем 42 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән, былтырғы һандар менән сағыштырғанда был 27 мең ярымға күберәк. ЦУР етәксеһе Елена Прочаковская белдереүенсә, төп темаларҙа юл, һаулыҡ һаҡлау, төҙөкләндереү мәсьәләләре, ә үткән аҙнала, тәү сиратта, иҡтисад һәм бизнес өлкәһенә ҡағылышлы һорауҙар бирелгән, атап әйткәндә кешеләрҙе тауар һәм хеҙмәттәргә хаҡтар артыуы борсой. Борсоусы киҫкен хәл үткән аҙнала Ейәнсура районы үҙәгендә теркәлгән. 100-ҙән ашыу фатир газ яғыулығынан ҡалған. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев белдереүенсә, йылы тапшырыу елләтеү системаһы булмауы сәбәпле туҡтатылған. Вентиляция каналдарын йүнәтер өсөн өс миллион һум тирәһе аҡса кәрәк. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү эштәре башланған. Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына ошоға оҡшаш хәлде көнэлгәре хәстәрләргә ҡушты. Республика бюджеты ярҙамына сәсеүгә әҙерләнгән аграрийҙар ҙа иҫәп тота. Вице премьер — ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдереүенсә, быйыл етен, кукуруз, ҡарабойҙай, шәкәр сөгөлдөрө майҙандарын киңәйтеү ҡарала. Яҙғы баҫыу эштәрен атҡарыуға 2 миллиард 384 миллион һум талап ителә. Үткән йыл менән сағыштырғанда 250 миллион һумға күберәк. Бөгөнгә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә дәүләт ярҙамының 1 миллиард һумдан ашыуы тапшырылған, ҡалғаны 1 майға тиклем йүнәлтелә. Һауа торошо ла ауыл эшсәндәре файҙаһына. Гидрометүҙәктең Башҡортостан идараһы етәксеһе Вилора Горохольская белдереүенсә, апрелдә көндәр норманан ике-дүрт градусҡа йылыраҡ булыр, тип күҙаллана. Ҡар ҡатламының әүҙем ирей башлауы һәм ямғырҙар көтөлә. Ҡала урамдарын йыйыштырыуға коммуналь техниканың 1400 берәмеге һәм өс мең ярымға яҡын урам һепереүсе йәлеп ителгән, тине Алан Марзаев. Республика буйынса таҙалыҡ көндәре иғлан ителгән. Үткән аҙнала санитар йома ойошторолһа, 1 апрелдән экологик шәмбеләр, ә 23-нән “Йәшел Башҡортостан” акцияһы башлана. Ошо уңайҙан Радий Хәбиров башҡала мэрына айырым йөкләмә бирә. Төбәк етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына COVID-19-ға ҡаршы вакциналауҙы тамамлау бурысын да ҡуйҙы. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин белдереүенсә, вакцинация планын 44 район арттырып үтәгән, 16 муниципалитетта был һан бары 80 — 90%. Хакимиәт башлыҡтары тәү сиратта хәл итергә тейеш йәнә бер мәсьләлә – Украиналағы махсус операция барышында һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Ул Башҡортостан Башлығы хакимиәте күҙәтеүенә алынған.
Беренсе апрелдән санитар шәмбеләр, 15-нән яҙғы сәсеү эштәре башлана
Беренсе апрелдән санитар шәмбеләр, 15-нән яҙғы сәсеү эштәре башлана