Был көндәрҙә барлыҡ хеҙмәттәрҙең яҙғы ташҡынға әҙерлеге тикшерелә. Өфөлә оператив штаб, халыҡты ваҡытлыса ҡабул итеү пункттары булдырыла, техника һәм ярҙам саралары ҡарала. Быйыл ташҡын көслө булмаҫ, тигән фараздар яңғырай. Шуға ҡарамаҫтан, оло һыуға һәр ваҡыт әҙер булырға кәрәк, ти белгестәр. Йылайыр районында махсус техниканың мөһим осорға әҙерлеге тикшерелде. Граждандарҙы һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре халыҡты иҫкәртеү эштәрен башланы. Быйылғы ташҡын ҡасан башланыр һәм унан нимә көтөргә? Быйыл марттың ҡарлы һәм үтә һыуыҡ булыуы арҡаһында, Башҡортостандың дала өлөшө һәм таулы райондарында хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы ихтимал. Шул йәһәттән, ҡотҡарыусылар яҙғы ташҡынға әҙерлек эштәрен башланы. Белгестәр билдәләүенсә, республикала йылғалар ташыуы апрелдең икенсе декадаһында көтөлә. Яҙғы ташҡынға әле үк әҙерләнә башларға кәрәк. Был йәһәттән граждандарҙы һаҡлау идаралағы хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа аңлатыу эштәре алып бара, белешмәләр тарата, ауыл ерендә йәшәүселәрҙең исемлеген барлай. Ҡотҡарыусылар иһә махсус техниканы әҙерләй. Белгестәр билдәләүенсә, яҙғы ташҡын яуған ҡар күләме һәм боҙ ҡалынғына ғына бәйле түгел. Тәү сиратта — ул апрель айында торасаҡ һауа торошона ла бәйле. Йыл һайын республикала ташҡын алдынан хәүефле хәлдәрҙе алдан иҫкәртеү йәһәтенән төрлө күнекмәләр ойошторола. Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов һүҙҙәренсә, гидротехник ҡоролмалар урынлашҡан биләмәләрҙә объекттарҙың техник торошона айырым иғтибар бүленә һәм ташҡындың хәүефһеҙ үтеүен тәьмин итеү йәһәтенән төрлө саралар ҡаралған. Башҡортостандың гидрометүҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, киләһе көндәрҙә һауа шарттарының үҙгәреүе көтөлә. 2021 йылда яҙҙың иртә килеүенә ҡарамаҫтан, ташҡын уртаса көсөргәнешле булды, ҙур йылғаларҙа боҙ 10-14 апрелдә китә башланы. Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә яҙғы ташҡынға әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде. Яҙғы ташҡындың ни тиклем көслө булыуы хаҡында һүҙ йөрөтөү әлегә иртәрәк, сөнки тәбиғәт күренештәрен алдан тулыһынса күҙаллап булмай. Йылға һәм күлдәрҙәге һыу кимәле тураһындағы мәғлүмәт тәүлек әйләнәһенә эшләгән посттарҙан алынасаҡ. Ундағы күрһәткестәр дәүләт комитетын рәсми сайтында урын аласаҡ.
Башҡортостан оло һыуға әҙерләнә
Башҡортостан оло һыуға әҙерләнә