Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар өсөн диспансеризация башланды. Ауырығандан һуң ике ай үткәс пациенттар профилактик тикшереү үтә ала. Диспансеризацияға 18 йәше тулғандар беркетелгән медицна ойошмаһына шылтыратып йәиһә берҙәм дәүләт порталы аша яҙыла ала. Әлфинә Бикбулатова тәрән диспансеризацияға саҡырылғас та, кисектермәй үҙ поликлиникаһына табип-терапевтҡа килә. Ике ай элек ҡатын коронавирус сирен кисерә. Ауырыу еңел үтте, ти, шуға амбулатор шарттарҙа өйҙә дауалана. Әммә эҙемтәләренән ваҡытында арыныу мөһим, тигән фекерҙә. Короновирус сирен кисергәндән һуң тын ҡыҫылыу, йүткереү, күкрәк ауыртыу, тахикардия, тромбоз кеүек эҙемтәләрҙе һәм организмда барлыҡҡа килгән башҡа үҙгәрештәрҙе ваҡытында асыҡлау маҡсатында профилактик тикшереү башҡарыла. Пациент, тәү сиратта, терапевтҡа яҙыла. Уның хәл-торошо хаҡында белешмә алына. Ҡан баҫымы, сатурация ҡарала һәм артабан анализдар тапшырырға йүнәлтмә бирелә. Пациенттың хәленә ҡарап тәрән диспансеризацияға ингән тикшереүҙәрҙе табип-терапевт билдәләй. Профилактик тикшереү ике этаптан тора. Короновирус сире менән ауырығандан һуң ике ай үткәс тәрән диспансеризация үтергә мөмкин. Бының өсөн 18 йәше тулғандар беркетелгән медицина ойошмаһына шылтыратып йәки берҙәм дәүләт хеҙмәте порталы аша яҙыла ала.
Диспансеризация башланды
Диспансеризация башланды