Беҙ спортсылар!

Беҙ спортсылар!

Коляскала спорт бейеүҙәре башҡарыу төбәк-ара Федерацияһы Президент гранттары фонды ярҙамы менән Өфөнөң 13-сө коррекция мәктәп-интернатында спорт бейеүҙәре менән шөғөлләнгәндәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Үҙенсәлекле бал бейеүен өйрәнергә адаптив физкультура йүнәлешендәге тренерҙар, хореографтар һәм төрлө йәштәге терәк-хәрәкәт итеү аппараты зарарланған әммә үҙен үҫтерергә теләгән спортсылар килгән. Береһе коляскала икенсеһе аяҡта, әммә шулай уҡ нәзәкәтле һәм ыҡсым хәрәкәттәр. Иң мөһиме күңелдәре бейей. Өфөлә коляскала спорт бейеүҙәре башҡарыу төбәк-ара Федерацияһы 13-сө коррекция мәктәп-интернатында спорт бейеүҙәре менән шөғөлләнгәндәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Юлиә Юлдыбаева Белорет ҡалаһынан килгән. Бейеү менән 4 йыл шөғөлләнә. Тырыш ҡыҙ Рәсәй кубогында ҡатнашып 5-се урын алһа, республикала 1-се урынға лайыҡ булған. Тренеры Ирек Сиражетдинов. Кортта оҫталыҡ дәрестәрен халыҡ-ара класслы спорт мастерҙары Юлия Курочкина һәм Дмитрий Рылов үткәрә. Шул уҡ бал бейеүҙәре, хатта етдиерәк, мөкинлектәре сикләнгән тигән өҫтөнлөк юҡ, ти тренерҙар. Айырма, тик партнерҙың коляскала булыуында. Ә бына коляска бейеүсе өсөн махсус булырға тейеш. Коляскала бейеү ул ябай бейеү генә түгел, был — спорт. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн етди реабилитация. Башланғыс этапта бындай спорт төрө менән теләгән һәр кем шөғөлләнә ала. Шулай ҙа ҙур спортҡа барыһы ла ынтыла алмай. Әммә күптәр тренер булып башҡаларға ярҙам итә ала, тине коляскала бейеү Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы Наталья Светкова. Һоҡланыу һәм ихтирам, бейеүҙәрҙе ҡарағанда ошо хистәр тыуырға тейеш, йәлләү беҙҙең хаҡта түгел, ти остаздар. Коляскала бейеүсе 13-сө коррекциялау мәктәп-интернаты уҡыусыларына Өфөнөң 25-се спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре ярҙамға килгән. Хәҙер инде бер нисә йыл был спорт төрө төбәктә әүҙем үҫешә. Әгәр ҙә программаны ҡарағанда тамашасы колясканы түгел, ә бейеүсене һәм ул тыуҙырған образды күрә икән, тимәк беҙ маҡсатыбыҙға ирештек, ти оҫталыҡ дәрестәре биреүсе Дмитрий Рылов.Кортта был үҫмерҙәрҙең күҙҙәре яна, улар шәхес, тормош ҡуйған етди һынауҙарҙарға ҡарамаҫтан алға бара, еңеүҙәр яулай. Әйткәндәй, Ете ҡыҙ композицияһы менән үткән йыл спортсылар Рәсәй чемпионатында беренсе урын яулаған. Артабан спортсыларҙы яңы бәйгеләр, еңеүҙәр көтә.