Театраль Волга буйы

Театраль Волга буйы

Фестивальдә Башҡортостандан коллективтар призлы урындар яуланы. Удмурт Республикаһының баш ҡалаһы Ижевскиҙа уҙған финалға беҙҙең республиканан Башҡорт дәүләт университетының “Осҡон” студенттар театры һәм Салауат ҡалаһынан “Арлекин” балалар өлгөлө театр студияһы сыҡты. Фестивалдә Волга буйы федераль округының 14 субъектынан 28 коллектив көс һынашты. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә “Осҡон”дарҙың “Һуңғы шаһиттар” спектакле “Иң яҡшы йәштәр спектакле” номинацияһында өсөнсө урын, “Арлекин”дар “Иң яҡшы балалар спектакле” номинацияһында икенсе урынды яуланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Театраль Волга буйы” фестивале — Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров башланғысы менән булдырылған проект. Ул Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылы сиктәрендә старт алды һәм йыл һайын уҙғарылып килә.