Көслө ел һәм ҡар ҡатыш ямғыр: Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы йәнә көндәрҙең боҙолоуы тураһында иҫкәртә

Киләһе тәүлектәрҙә төбәктә һауа торошоноң ҡырҡа үҙгәреүе, күҙаллана. Епшек ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Елдең тиҙлеге секундына 16-21 метрға етә. Автомобиль юлдарында буран сәбәпле 500 метрҙан алыҫ ара күренмәүе ихтимал. Ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы көслө ел мәлендә электр элемтәһе линиялары, ағастар, реклама ҡорамаларына яҡынлашмаҫҡа, балаларҙы күҙәтеүһеҙ ҡалдырмаҫҡа, водителдәргә алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Юлдағыларҙың иһә айырыуса иғтибарлы булыуы, автомобилдәр араһында дистанцияны тотоуы, тиҙлек режимын үтәүе, хәүефһеҙлек ҡайыштарын ҡаптырырға онотмауы, уҙыу ҡағиҙәләрен боҙмауы һорала.