Рәсәй тарихындағы яңы ваҡиғаларҙы аҡ ҡағыҙға яҙыу ҡиммәткә төшәсәк. Ҡиммәт тигәнде был осраҡта тура мәғәнәһендә аңларға кәрәк. 3 аҙна эсендә ябай ҡағыҙға хаҡ алты тапҡырға тиклем артып китте. Сәбәбен берәүҙәр спекуляцияла күрҙе, икенселәр санкция менән бәйләй. Дөрөҫлөк икеһендә лә бар. Шулай ҙа илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы дефицит булмаясаҡ тип тынысландырырға ашыға. Башҡортостанда ҡағыҙға ҡытлыҡ нисек хәл ителә?
Илья Вербицкий дүрт йыл йәмәғәт туҡланыу өлкәһендә эшләй. Ошо арала ғына күп һынауҙар үтергә тура килде, ти ул. Тәүҙә мәкерле сир-коронавирус сауҙа үҙәгендә ауырлыҡтар тыуҙырһа, хәҙер ҡағыҙҙарға хаҡтың артыуы ҙур һынау булып тора. Эшҡыуар бынан алда чек ҡағыҙы өсөн бер рулонды 60 һумға һатып алһа, хәҙер уның хаҡы 300 һум тирәһе. Әлбиттә ҡатмарлыҡтар тыуҙырған был мәсьәләне төрлөсә хәл итергә тырышабыҙ, ти ул.
Эшҡыуар һүҙҙәренсә, бер ай эсендә чек ҡағыҙы өсөн утыҙға яҡын рулон сарыф ителә, бер рулон бер көнгә етә. Бигерәк тә йәйгеһен ҡағыҙға ҡытлыҡ килеп сыға. Өҫтәүенә хәҙер чек ҡағыҙҙары магазиндарҙа юҡ тиерлек.
Офис хеҙмәткәрҙәре өсөн А 4 форматындағы ҡағыҙ-иң ҡиммәтле тауар. Өҙлөкһөҙ тәьмин ителгән тауарға хаҡтың ҡапыл күтәрелеүе компания өсөн ярайһы уҡ зыян килтерҙе. Бер йыллыҡ ҡағыҙ күләмен хәҙер ике йылға еткереү бурысы ҡуйылған.
Хәҙер кибет кәштәләрендә офис ҡағыҙҙарын йыш осратып булмай. Кәрәкле тауарҙы күпселек осраҡта интернет сауҙа киңлектәрендә заказ менән һатып ала инек, ти Айҙар Әүдейәров. Хәҙер был сайттарға инеп хаҡтарҙы ҡарауы ла ҡурҡыныс.
Хаҡтар күтәрелмәҫ элек компания ҡағыҙ һатып алып өлгөрә. Бер ҡапта 500 ҡағыҙ, уның хаҡы 280 һум булған. Хәҙер үҙгәрештәр килеп сығыу сәбәпле ошондай уҡ бер ҡап 2000-2500 һум тора.
Офиста запас әлегә бар, әммә ҡағыҙҙы йәнең теләгәнсә ҡулланырға ярай тигәнде аңлатмай. Килеп сыҡҡан проблемаларҙы эшҡыуарҙар төрлө йүнәлештә хәл итеп ҡарай.
Халыҡтың күпселеге урман араһында йәшәп Башҡортостанда ни өсөн ҡағыҙ юҡ, тип аптырай. Ҡағыҙ бар, ләкин ул сит ил етештерелгән компоненттар менән ағартыла, ти белгестәр. Шуға ла ҡытлыҡ барлыҡҡа килә.
Ҡағыҙҙы ағартыусы химия ҡыйбатҡа төшә, шуға ла ябай ғына ҡағыҙҙарға хаҡ арта. Офис хеҙмәткәрҙәренән тыш, был проблема ябай халыҡты ла урап үтмәй. Шулай уҡ киләсәктә гәзит-журналдар мәсьәләһе киҫкен тора. Әлеге ваҡытта кризисҡа ҡаршы саралар буйынса аналитика алып барыла, ти белгестәр