Сит илдәрҙә ҡалған бер төркөм туристар ошо көндәрҙә Башҡортостанға ҡайтарылды. Рәсәй менән күп дәүләттәр араһында осоштар туҡтатылыу сәбәпле, ял итергә йә башҡа сәбәп менән сығып киткән яҡташтарыбыҙ ҡайтыр юлда ҡатмарлыҡтарға осраны. Республикала уларға ярҙам итеү өсөн оператив штаб ойошторолдо, унда мөрәжәғәт иткәндәрҙең барыһына ла ярҙам буласаҡ тип вәғәҙәләнә.
6 көнгә алынған юллама 3 аҙнаға һуҙылыр тип Анастасия Кожевникова бөтөнләй ҙә уйламаған. 2 март Шарм-Эль-Шейх ҡалаһына осҡан ғаилә һаман сит тарафтарҙа. Ҡасан ҡайтыуҙары билдәһеҙ. Рейс өс тапҡыр кисектерелгән.
Ҡулда аҡса юҡ, Һумдар ҡабул ителмәй, банк карталары шулай уҡ сафтан сығарылған. Аҙна-ун көнгә иҫәпләнгән ялдар, туристар өсөн бер айға тиклем һуҙылған. Түләнгән турҙары тамамланыу менән барыһы икенсе отелдәргә күсерелгән. Йәшәү һәм ашатыу йөкләмәһен ҡабул итеүсе ил үҙ өҫтөнә алған.
Ниһәйәт, ошо көндәрҙә сит илдә ҡалған бер төркөм туристар Башҡортстанға ҡайтарылды. Маршрут юлы оҙайлы һәм ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, яҡташтарыбыҙ шатлығын йәшермәй.
Ҡатмарлы хәлгә тарыған яҡташтарыбыҙ менән бәйләнеш, Ростуризм, консуллыҡ. турфирма вәкилдәре, һәм республикала сит илдә ҡалҡан туристарға ярҙам итеү өсөн ойошторолған оператив штаб менән алып барылған.
Трансфер менән ғәрәп республикаһының баш ҡалаһына, чарт рейсы менән Дағстанға, унан һуң Мәскәү һәм Өфө. Туристар ошо маршрут буйынса ҡайтарылған.
Республикала сит илдә ҡалған туристарға ярҙам итеү өсөн ойошторолған оператив штаб үҙ эшен дауам итә. Яҡын арала тағы ла бер төркөм яҡташтарыбыҙы тыуған яҡтарына ҡайтарыу ҡаралған.