Мәҙәниәт берләштерә. Өфөлә Арт-Ҡоролтай форумы үтте

Мәҙәниәт берләштерә. Өфөлә Арт-Ҡоролтай форумы үтте

Халыҡтәр, милләттәр һәм дәүләттәр арыһында тыныслыҡ, дуҫлыҡ, берҙәмлек мәҙәниәт аша нығына. Был тармаҡ үҙе лә стртегик ҡарарҙар талап итә. Өфөлә үткән «АРТ-Ҡоролтай» форумы ошо маҡсатты беренсе урынға ҡуя ла инде. Быйыл икенсе тапҡыр ойошторолған сара һөнәри оҫталыҡты камиллаштырыу, иң яҡшы тәжрибә һәм эксперименттарҙы уртаҡлашыу майҙанына әүерелде.

Заманалар сатында мәҙәниәт нимәгә өйрәтә, бөгөнгө тамашасы, уҡыусы кисәгеһенән нимә менән айырыла, ни өсөн аралашыу мөһим. Арт-ҡоролтайға йыйылған дәрәжәле ҡунаҡтар ошо хаҡта фекер алыша. Мәҙәниәт һүҙенең мәғәнәһенән алып ошо төшөнсәнең әһәмиәтенә тиклем утрак мәсьәләләрҙе тикшерә.

“Торатау” конгресс-холындағы һәр зал-майҙанда көнүҙәк әңгәмәләр ҡорола. матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттарын реестрға теркәүсе Эксперт советы ултырышында башҡорттарҙың бүре һуғыу йолаһы танытыла, “Китапхана – мөмкинлектәр даирәһендә” китап уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыу үҙенсәлектәре барлана, клубтарҙа ижади лабораториялар эше төрҙәре билдәләнә, креатив индустрияның бөгөнгө мөмкинлектәре аңлатыла, музей, театр сәнғәтен заман талап иткән шарттарға яраҡлаштырыу тураһында ҡыҙыу фекер алышыуҙар бара. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бөгөн тамашасы һәм уҡыусыны китапхана, музей, мәҙәниәт йортонда ҡызыҡһындырып ҡына көтөп ултырмай, ә хеҙмәттәрен өйгә үк килтерә. Социаль селтәрҙәр аша. Хатта театр хәҙер интернет тамашасыһы өсөн айырым спектаклдәр әҙерләй.

Форумда бер нисә күргәҙмә эшләй. “Евразия халыҡтарының эпик мираҫы” Рәсәйҙә мәҙәни мираҫ йылына, “Халыҡ шағиры Рәми Ғарипов “ әҙиптең 90 йыллыҡ юбилейына арнала. Милли музейҙа иһә Арт-Ҡоролтай сиктәрендә “Алтын кеше” күргәҙмәһен асыу тантанаһы үтте. Ҡаҙағстан милли музейы бойомға ашырған ”Алтын кешенең донъя музейҙары буйлап сәйәхәте” уникаль проекты әлегә 20 илдә танытылған. Боронғо донъя һәм урта быуаттар сәнғәте ҡомартҡылары Фондынан алынған 150 һын дала мәҙәниәтен танытҡан билдәһеҙ оҫталар яһаған өлгөләрҙең бер кесе өлөшө генә. Өфөлә күргәҙмә 26 майға тиклем асыҡ.

Күрше республика делегацияһы Рәсәй төбәктәре һәм Башҡортостан вәкилдәре менән бер рәттән Арт-Ҡоролтай форумында ҡатнаша. Быйыл икенсе тапҡыр ойошторолған сараға 700-ҙән ашыу белгес йыйылды. “Мәҙәниәт берләштерә” тип исемләнгән пленар ултырышта Башҡортостан күп функциялы яңы Евразия китапханаһы проектын танытты.

Мәҙәниәт форумы сиктәрендә төрлө күргәҙмәләр, фестивалдәр ойошторолдо. «АРТылышFEST» күләмле театр фестивале, “Сolisium Bashkortostan 2022” музыка индустрияһы форумы үтте.

Мәҙәниәт йәнә берләштерҙе. Етәкселәр һәм белгестәр Арт-Ҡоролтайҙа тәжрибә уртаҡлашып, фекер алышып ҡына туҡтаманы, эшлекле килешеүҙәр төҙөп стратегик мәсьәләләрҙе артабан хәл итеү йүнәлештәрен раҫланы.

Рәсәй радиоһында Самауыр халыҡ программаһы йәнә эфир тулғындарына ҡайта. Алып барыусылар Константин Бережной һәм Айгөл Контюкова тамашасыларға ниндәй ҡыҙыҡлы әңгәмәләр вәғҙәләй, Сәлимә Исламова белеште.