Рәсәйҙәге иң яҡшы балды асыҡланылар

Рәсәйҙәге иң яҡшы балды асыҡланылар

Башҡортостанда “Агрокомплекс” күргәҙмәһе сиктәрендә “Татлы бал” конкурсы уҙҙы. Бөтә илдән йыйылған 118 өлгө араһынан башҡорт балы өс номинацияла иң яҡшыһы тип танылды. Татлы конкурс тураһында ентекләберәк киләһе сюжетта.

Балдың дымлылығын тикшереп, уның өлгөргәнме-юҡмы икәнлеген асыҡларға була, ти ун йылдан ашыу балдарҙың сифатын тикшереү менән шөғөлләнгән Мария Овчинникова. Краснодар крайынан килгән эксперт жюри составында Бөтә Рәсәй “Татлы бал” конкурсында ҡатнашҡан бал өлгөләрен баһалай.

Монофлёр – йәғни бер генә төрлө сәскәнән йыйылған бал. Башҡортостанда уҙғарылған асыҡ конкурсҡа ебәрелгән өлгөләр бихисап: берәүҙән, күп төрлө сәскәләрҙән йыйылғандары, шыйығырағы, ҡуйыһы – кристалләшкәне лә бар.

Яҡшыларҙан яҡшыһын билдәләү өсөн Өфөгә илдең төрлө төбәктәренән бал буйынса белгестәр йыйылды. Рәсәйҙең Рәсәйҙең бал сомельелары гильдияһы 2019 йылда ойошторолған. Сомелье – ул ниндәй ҙә булһа продукттың сифаты буйынса белгес тигәнде аңлата. Балды ҡулланыуҙы поплярлаштырыу, уның сифатын арттырыу һәм ғөмүмән, умартасылыҡты үҫтереү маҡсаты менән улар йыл һайын ошондай конкурстар уҙғарып тора.

Конкурста ҡатнашҡан 118 бал өлгөһөн белгестәр органолептик күрһәткестәре буйынса: төҫө, еҫе, тәме буйынса баһаланы. Аҙаҡ иң яҡшы бал өлгөре лабораторияға ебәрелеп, пестицидтар һәм антибиотиктарға тикшерелде. Шунан һуң ғына төрлө номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнде.

Күрһәткестәргә килгәндә, Рәсәй халҡы йыл эсендә 200 тонна бал ашай. Ә умартасылар 70 тонна ғына етештерә. Тимәк, ҡалған 130-ы яһалма продукт булыуын фаразларға мөмкин. Ошондайҙарҙы юҡ итеү маҡсаты тора ла инде белгестәр алдында.

Шулай уҡ, быйыл Өфөлә донъялағы иң яҡшы балды асыҡлауҙары ихтимал. Әле Рәсәйҙең ауыл хужалығы министрлығында Башҡортостанда халыҡ-ара кимәлендәге умартасылар конкурсын уҙғарыу һорауы ҡарала.