Дүртенсе ҡурай сәскәһе таждарын асты

Дүртенсе ҡурай сәскәһе таждарын асты

Башҡортостанда 4-се Ковид-госпиталь үҙ ишектәрен асты. Сибай ҡалаһында урынлашҡан объект Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Туймазылағы кеүек үк ҡурай тажы формаһында төҙөлгән. Бында бөтә етешһеҙлектәр иҫәпкә алынған ти төҙөүселәр. Госпиталь әле инфекцион ауырыуҙар менән көршкә көйләнһә, киләсәктә уны киң профилле дауахана булараҡ та файҙаланыу мөмкинлеге ҡаралған. Тулыраҡ аҙна хәбәрҙәре репортажында.

Сибай өсөн уникаль диагностик ҡоролма. Бындай компьютер томографияһында эшләү хыял ғына ине ти Рентгенолог Рәил Бикмәтов.

Үпкә, тын алыу юлдарын тикшереүҙән тыш, заманса аппарат ярҙамында Урал аръяғы халҡы йөрәк, ҡан тамырҙары, онкопатология, баш мейеһен тикшертеү мөмкинлеген алды. Инфекцион сирлеләр менән киҫешмәҫ өсөн айырым маршрут ҡаралған.

9 мең квадрат метр майҙанды биләгән ҡурай тажында 50 бокс, шуларҙың 10-һы реанимация төғөйенләнешендә, ҡалғандары сирлеләргә тәңлек әйләнәһенә табип күҙәтеүендә дауаланыу өсөн яраҡлаштырылған. Бокстар Мельцерев системаһы буйынса ҡоролған.

Кислородҡа бер юлы 230 пациентты тоташтырыу мөмкинлеге ҡаралған бында, Ғәҙәттән тыш хәл режимында тап ошонса кешене ҡабул итә ала госпиталь. Инфекцион үҙәктең асылыу менән Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларында эшләп килгән Ковид госпиталдәр ябыла. Ундағы шарттар менән яңы төҙөлгән медицина учреждениеһын сағыштырырлыҡ түгел ти табиптар.

Сибайҙағы Ковид госпитален төҙөүгә 30 декабрҙә старт бирелгәйне. Рәсәйҙә корнавирусҡа бәйле сиклә!үҙәр тураһында иғлан ителгәнгә теүәл 2 йыл тулған көндә ул ҡулланыуға тапшырыла. Уны тантаналы асыу сараһында Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау комитеты рәйесе Дмитрий Хубезов ҡатнашты.

Өфө эргәһендәге Зубово ауылында һәм Стәретамаҡта төҙөлгән инфекцион үҙәктәрҙе ҡулланған ваҡытта асыҡланған етешһеҙлектәр иҫәпкә алынған бында. Бөтә коммуникация ҡыйыҡ аша һалынған, ете корпусты тотащтырған блок киңәйтелгән, был сирлеләр күп булған осраҡта коридорҙа өҫтәмә урындар буллдырырға мөмкинлек бирә.

Диагностика бүлегенең узи , эндоскопия һәм башҡа кабинеттары ла заманса медицина техникаһы менән йыһазланлырылған. Яңы тыуған балаларҙы дауалау өсөн дә шарттар бар.

Госпиталь дауалау эшен камиллаштырыу менән бер рәттән белгестәр әҙерләүҙе лә маҡсат итеп ҡуйған. Бында медицина колледжы студенттарын уҡытыу өсөн кабинет булдырылған. Радий Хәбиров тәжрибәне башҡа госпиталдәрҙә лә ҡулланыу бурысын ҡуйҙы.

Үҙәктә 248 кеше эшләйәсәк. Ул тулыһынса ҡала үҙәк дауаханаһы коллективынан тупланған. Ә тәүге пациенттарын яңы инфекцион клиник-диагностика госпитале апрель айында ҡабул итәсәк