«Башҡортостан Сода Компанияһы» АЙ составына ингән «Эколь» ЯСЙ оператив импорт алмаштырыу йәһәтенән етештереү күләмдәрен күпкә арттыра. Үткән айҙа ғына кер йыуыр өсөн тәғәйен «Зифа» һәм «Луч» онтаҡтары өс тапҡыр күберәк сығарыла башлаған. Компаниянан белдереүҙәренсә, етештереү ҡеүәттәре көнкүреш химия баҙарындағы ихтыяжды ҡәнәғәтләндерергә етә. «Эколь» продукцияһы ҡулланыусы өсөн сифаты ғына түгел, хаҡы менән дә уңайлы.
Онтаҡ үҙ сеймал сығанаҡтарын файҙаланып етештерелә, элек сит илдән алынған ҡушымталар Рәсәйҙә етештерелгәндәренә алмаштырылған. Етештереү күләмдәрен арттырыу менән компанияла бала әйберҙәрен йыуырға тәғәйен «Tobbi Kids» онтағын сығарыуҙы тергеҙергә һәм йәйгә балалар өсөн башҡа төрлө кер йыуыу сараларын етештерә башларға ла әҙерләнә.