Украинала махсус операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләренә 2-шәр миллион һум

Республика Башлығы Радий Хәбиров 30 мартта, Дәүләт Йыйылышының 42-се ултырышында «Һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзаларына өҫтәмә ярҙам саралары тураһында» закон проектын индерҙе.

«Федераль кимәлдә хәрби хеҙмәткәрҙәргә, һәләк булған геройҙарҙың ғаиләләренә финанс һәм матди булмаған ярҙам саралары ҡабул ителгән. Республика ла уларға ярҙам итергә тейеш тип иҫәпләйем.

Бөгөн мин «Һәләк булған (үлгән) хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзаларына өҫтәмә ярҙам саралары тураһында» закон проектын индерәм. Һүҙ махсус хәрби операция ваҡытында бурысын үтәгәндә һәләк булған (үлгән) хәрбиҙең һәр ғаилә ағзаһына республика ҡаҙнаһы иҫәбенән тигеҙ өлөштәрҙә 2 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам хаҡында бара.

Ошо саралар менән килешерһегеҙ тип уйлайым. Бөгөн законды тикшереүегеҙҙе, һеҙ риза булһағыҙ, бөгөн үк уны ҡабул итеүегеҙҙе һорайым. Геройҙар һәм уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күреү – беҙҙең бурыс. Беҙ уны үтәрбеҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.