Башҡортостандың халыҡ артисы Фәим Әхмәтйәнов ҡатыны менән юл фажиғәһендә һәләк булған

Башҡортостандың халыҡ артисы, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе актеры Фәим Әхмәтйәнов һәм уның ҡатыны Белорет районында ҡот осҡос юл фажиғәһендә һәләк булған. Әхмәтйәновтар Әбйәлил районына туғанын ерләргә ҡайтып барған. Актерҙың тормош иптәше Хөснә Әхмәтйәнова уҡытыусы булып эшләгән. Уларҙың ике балаһы ҡалған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 29 мартта киске сәғәт 8 тирәһендә Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 190-сы саҡрымында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Great Wall менән ҡаршыға килгән Маn йөк машинаһы бәрелешкән. Еңел машина водителе һәм уның пассажиры ваҡиға урынында йән биргән. Әлеге ваҡытта фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Әхмәтйәнов Фәим Ғәни улы 1964 йылдың 1 июлендә Ишембай районы Ибрай ауылында тыуған. 1991 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ дәүләт театр берләшмәһенең башҡорт театры актеры булып эшләй башлай. Өс тиҫтә йыл эсендә артист утыҙлап роль башҡара, ижади биографияһында – күп жанрҙарҙа (комедияларҙа, трагедияларҙа, драмаларҙа) төрлө образдар тыуҙыра. Бер йыл элек Фәим Әхмәтйәнов «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

«Башҡортостан» ДТРК-һы Әхмәтйәновтарҙың туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.