Пенсионерҙың уҙған йылдағы йәшәү минимумы үҫешен иҫәпкә алып, йыл һайын 1 апрелдә пенсия күләме арттырыла, тип белдерҙеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә. Шулай итеп, апрелдән Республикала 99 мең 947 пенсионер арттырылған пенсия ала башлай. Рәсәй Пенсия фондының республика бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, быйыл индексация 7,7 процент кимәлендә планлаштырылғайны. Әммә, Рәсәй президенты Владимир Путиндың йәшәү минимумын һәм страховка пенсияларын 8,6 процентҡа индексациялау тураһындағы ҡарарҙарын иҫәпкә алып, 2022 йылдың 1 апреленән социаль пенсиялар ҙа 8,6 процентҡа арта. Бынан тыш, хәрбиҙәрҙең инвалидлыҡ буйынса дәүләт пенсиялары, ҡараусыһын юғалтыу осрағы буйынса пенсиялар, Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарының һәм яугирҙәренең инвалидлыҡ буйынса пенсиялары, радиация йәки техноген һәләкәттәр һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандарҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының ҡартлыҡ буйынса пенсиялары арттырыла. Шулай уҡ Рәсәй Геройҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройҙарына, Дан ордены, I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнгән граждандарға өҫтәмә айлыҡ матди тәьминәт күләме индексациялана.
1 апрелдән пенсия 8,6 процентҡа арта
1 апрелдән пенсия 8,6 процентҡа арта