Өфө үҙәгендә түләүле парковкалар булмаясаҡ

Өфө үҙәгендә түләүле парковкалар булмаясаҡ.

Был хаҡта оператив кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары тәүге уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында закон ҡабул иткәйне. Республика башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет тәҡдиме менән әлеге иҡдисади хәлдәр арҡаһында был мәсьәлә быйылға кисектерелеп торасаҡ. Яҙғы ташҡынға әҙерлек көнүҙәк булып ҡала. Ултырышта был юлы Киров районы биләмәһендә әҙерлек эштәре тикшерелде. Хакимиәт башлығы яҙғы ташҡын ваҡытында район халҡын һәм биләмәһен һаҡлау буйынса күреләсәк саралар менән таныштырҙы. Район хеҙмәттәре тулыһынса ташҡынға әҙер булыуын хәбәр итте. 24 мартта Өфө биләмәләрен таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса яҙғы санитар айлыҡ башланғайны. Ул апрель аҙағына тиклем дауам итә. Аҙна һайын санитар йомалар уҙғарыласаҡ. Айлыҡ сиктәрендә ихаталарҙы, сквер, йырын, парктарҙы һәм шулай уҡ йылға, күл буйҙарын таҙартыу, юлдарҙы, тротуарҙарҙы, биналарҙың фасадтарын төҙөкләндереү буйынса эштәр ҡаралған. Рөстәм Мәүлиев халыҡты шәмбе сығармай, өмәләрҙе йома эш көнө аҙағында үткәрергә ҡушты. Шулай уҡ ҡала хеҙмәттәренә тротуарҙарҙың таҙалығын иғтибар үҙәгенә алырға саҡырҙы. 10 апрелдән 10 майға тиклем автомобиль шиналарын утилләштереү акцияһы үтәсәк. «Ҡаланы таҙартыу буйынса махсуслаштырылған автомобиль хужалығы» ойошмаһы етәксеһе Рөстәм Халиҡов әйтеүенсә, ҡаланың барлыҡ райондарында махсус бункерҙар ҡуйыласаҡ. Ҡала халҡы килтергән автошиналар көн һайын махсус эшкәртеү пунктарына оҙатыласаҡ. Ратмир Мәүлиев шулай уҡ баш ҡалала милли проектарҙың үтәлеше менән дә танышты. Юлдарҙы тәртипкә килтереү, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу, йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын ҡыҫҡартыу, мәғариф, спорт өлкәһен үҫтереү. Эштәр бихисап. Милли проект сиктәрендә быйыл шулай уҡ Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын, 115-се гимназияны, рус драма театрын реконструкциялау ҡаралған.