Насар ишетеүселәрҙе нисек алдарға мөмкин?

Насар ишетеүселәрҙе нисек алдарға мөмкин?

200-ҙән ашыу насар ишетеүсе үҙен эшҡыуар, коуч итеп танытҡан Илшат Баймырҙин мутлашыуҙа ғәйепләй. Егет 65 мең һумға ике айлыҡ курс һатып алыусыларға, ай һайын 5 млн һум аҡса эшләй аласаҡһығыҙ, тип вәғәҙәләй. 32 йәшлек ҡатын ҡайҙа барырға һәм кемгә мөрәжәғәт итергә лә белмәй. Дауаланыу өсөн йыйған һуңғы 65 мең һум аҡсаһынан үҙенең бер ҡатлығы арҡаһында баш ҡаға ул. Тиҙ генә ике ай эсендә уҡып сығып, һуңынан 5 миллион һум эшләй алыуҙы вәғәҙәләгән рекламаны Рәсәйҙә экстремист ойошма тип танылған һәм тыйылған инстаграм селтәрендә күреп ҡала.Илшат Баймырҙин насар ишетеүселәр өсөн 30 урынлыҡ махсус курс ойоштора. Улар менән СУРДОТӘРЖЕМӘСЕ эшләй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, дәрестәр ауыр үҙләштерелде, һәм мин түләгән аҡсамды кире ҡайтарып алырға булдым, тик минең хатҡа берәүҙә яуап ҡайтарманы, ти ҡыҙ. Насар ишетеүселәр өсөн ойошторолған курста белем алыу өсөн кемдер кредит ала, ә кемдер дауаланыуға тип йыйған һуңғы аҡсаһын һала. Компанияның юрисы иһә бында бер ниндәй ҙә закон боҙоу юҡ, курсты тамамлап аҡса эшләй алыу, йә эшләмәү һәр кемдең үҙенән тора, тип аңлатты. Әлеге ваҡытта блогерҙың курстар тәҡдим иткән һылтанмаһына инеү сикләнгән. Рәсәйҙә экстремист ойошма тип танылған һәм тыйылған инстаграмында ла тиҙ генә байырға өйрәтеүсе курстар тураһында хәбәр юҡ. Был курстарҙы насар ишетеүселәргә яҡшы таныш булған Мария Калинина үҙенең инстаграм биттәрендә тәҡдим итә, бер айҙа нисә млн һум аҡса эшләй алыу тураһында чектарын да һала. Әлбиттә уларҙың икенсе блогерҙарҙыҡы икәнлеген алданыусылар аҙаҡ ҡына белеп ҡала. Насар ишетеүселәр хоҡуҡтарын яҡлаусы Нина Романовичҡа, бөтә Рәсәй буйынса 200 кеше мөрәжәғәт иткән. Мутлашыусы егет арҡаһында ауыр хәлдә тороп ҡалғандар хәҙер кемдән ярҙам һорарға, нисек аҡсаларын ҡайтарып алырға ла белмәй. Инфосиғандар тоҙағына эләгеүселәр һаны йылдан-йыл арта... Ғәҙәттә уларҙың тоҙағына юғары белемле ,һәр ваҡыт белемдәрен камиллаштырырға ынтылған шәхестәр эләгә, ти белгестәр. Ниндәйҙә булһа курстарға яҙылыр алдынан психологтар тренерҙарҙың кем икәнлеген асыҡлап, улар тураһында аҙ булһа ла мәғлүмәт тупларға, ошо курстарҙы үтеүселәр менән осрашып һөйләшергә кәңәш итә.