Башҡортостанда ФМ-ҡоролмалары яңыртыла

Башҡортостанда ФМ-ҡоролмалары яңыртыла

Бының өсөн ваҡытлыса теле-радио тапшырғыстар һүндереләсәк. Өфө һәм уның эргә-тирәһендә йәшәүселәрҙе был хаҡта РТРС хеҙмәткәрҙәр иҫкәртә. Бер аҙна дауамында башҡалалағы цифралы телевизион башняла үҙенсәлекле монтаж эштәре алып барыласаҡ. Яңы антеннаны сәнәғәт альпинистары 150 метр бейеклектә урынлаштыра. Монтаж эштәре 4-нән 8-се апрелгә тиклем һәм 11 апрель көнө башҡарыла. Тимәк, был көндәрҙә иртәнге 10-дан 17 сәғәткә тиклем тыңлаусылар Маяҡ, Вести FM, Рәсәй радиоһы эфирҙарын тыңлай алмаясаҡ. Шулай уҡ шәхси һәм дөйөм йорт антеннаһынан сигнал тотҡан телевизион каналдар ҙа ваҡытлыса күрһәтмәй. Яңыртылған ФМ-ҡоролмалары аша радиосигнал ҡабул итеүселәр 250 мең кешегә арта һәм тапшырыуҙар сифаты ла яҡшырасаҡ.