Водород ярҙамында йөрөгән машина

Водород ярҙамында йөрөгән машина

Өфөлә йәшәүсе автомеханик Олег Чащевой ике йыл эсендә унға яҡын техниканы ошондай система менән эшләгән. Ҡырҡ йылдан ашыу механик һөнәренә тоғро ҡалыусы Олег Чащевой үҙ ғүмерендә йөҙләгән машинаны һүтеп кире йыйған. Әллә күпме техникаға ул тура мәғәнәһендә йән өргән. Ә һуңғы ике йылда оҫта машиналарҙы водородҡа көйләй. Машинаның капотын асҡас ҡына уның экологик яғыулыҡта эшләгәнен күрергә мөмкин. Двигатель эргәһенә һыу менән тултырылған һауыт ҡуйыла. Уның ыңғай яҡтары күп, ти механик. Яғыулыҡ ике тапҡырға аҙ сарыф ителә, двигатель шымыраҡ эшләй. Механик һүҙҙәренсә, махсус һауыттағы һыу күләмен һәр ваҡыт тикшереп тороу мөһим. Әгәр ҙә ул кәмеһә бының ҡапҡасын асып һыу тултырырға кәрәк. Эҫеме әллә һыуыҡмы-быныһы мөһим түгел. Беҙ әлегә һыу һала алмайбыҙ, сөнки ул етәрлек.Нива машинаһына 16 йыл тирәһе. Беренсе машина булғанға күрәме, башҡаларға ултырғы ла килмәй, ти уның хужаһы Татьяна Шәмсиғәлиева. Әйткәндәй, был техника водород ярҙамында йыл ярым йөрөй. Ошо арауыҡта бер ҙә ватылғаны булманы, ти Татьяна.Элек бер километр өсөн 13 литр яғыулыҡ сарыф ителгән. Хәҙер 8 литр етә, ти хужа. Водород гараждың эсендә лә ҡуйылған. Механик был ысул менән бина эсен йылыта.Ике йыл эсендә бөтәһе 7 машинаны водород менән кислород ҡушылғанда яһалған энергияла йөрөй алырлыҡ итеп эшләгән механик. Әйткәндәй, бындай машиналар техосмотрҙы ла элеккесә үтә ала. Олег әле шәхсән машинаһына ошондай уҡ система ҡуя. Йәйгеһен ул яғыулыҡ һәм водородта эшләгән техникала йылы яҡтарға барырға тигән маҡсат ҡуйған.