Үткән йылда Башҡортостандың ҡулланыусылар баҙары яңы шарттарға яраҡлаша алды һәм әүҙем күтәрелә башланы, тип белдерҙе Андрей Назаров. 30 мартта Премьер-министр Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарына Республика Хөкүмәтенең 2021 йылдағы эшмәкәрлеге йомғаҡтарын танытты.
«Ваҡлап һатыуҙа тауар әйләнеше „ковидҡа тиклемге“ кимәлгә тигеҙләште, тәүге тапҡыр триллион сигенән артты, — тип белдерҙе Хөкүмәт рәйесе. – 2020 йыл кимәле менән сағыштырғанда үҫеш 3,5 процент».
Шул уҡ ваҡытта төбәктә 43 процентҡа, тиерлек, интернет аша һатыуҙар кимәле артҡан. Пандемияға тиклемге осор менән сағыштырғанда онлайн-һатыуҙар күләме 5,3 тапҡырға юғары.
Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе һүҙҙәренсә, үткән йылда «Башпотребсоюз инфраструктураһын тулыһынса тергеҙеү эштәренә тотонолған», ул сауҙа үҫеше драйверҙарының береһенә әйләнергә тейеш.
«Билдәле булыуынса, ҡулланыусылар кооперацияһы — кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә етди булышлыҡ итә. Сауҙа йорто хәл итергә ниәтләгән төп мәсьәлә – потребкооперация ойошмаһы һәм социаль туҡланыу операторҙары ихтыяждарын сифатлы тауар менән ҡабул ителерҙәй хаҡҡа ҡәнәғәтләндереү. Әлеге шарттарҙа был айырыуса мөһим», — тине Назаров.
Бөгөнгә был структура 13 меңдән ашыу пайсыны дөйөм кооперацияға берләштерә. Башпотребсоюз кесе тауар етештереүселәрҙе консолидацияға ойоштороп уларға ваҡлап һатыу селтәрҙәренә сығыр өсөн талап ителгән тауар сифаты һәм күләменә өлгәшергә булышлыҡ итә.
«2021 йылда «Евразия» агропаркының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек бүлеп таратыу үҙәгенең беренсе сираты файҙаланыуға тапшырылды», — тине Хөкүмәт Премьер-министры. — Үткән йылда республика ҡулланыусы мәнфәғәттәрен яҡлау күрһәткесе буйынса Рәсәйҙә беренсе урын алды. Быйылғы әүҙемлеккә килгәндә, күмәртәләп һатыу үҙәктәре эшен көйләү проекттарын бойомға ашырған инвесторҙарға ярҙам механизмдарын киңәйтергә уйлайбыҙ. Меню балансын һаҡлап ҡалдырыр өсөн туҡланыуы республика бюджеты иҫәбенән ойошторолған уҡыусыларҙы ризыҡ менән тәьмин итеүҙе индексациялайбыҙ.
Башпотребсоюз структураһында 127 ҡулланыусы ойошмаһы һәм кооператив бар. Эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу. Күмәртәләп һатыу менән 4 бүлеп-таратыу үҙәге шөғөлләнә. Ваҡлап һатыуҙы 598 магазин һәм 32 автолавка башҡара.
Етештереү өлкәһендә төрлө йүнәлештәге 170 предприятие эшләй. Улар башлыса икмәк бешереү, кондитер ризыҡтарын әҙерләү, гастрономия, консервалар етештереү, эсемлектәр ҡойоу һәм башҡа төрлө эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Структурала дөйөм туҡланыу предприятиелары ла бар.
«Башпотребсоюзды артабан үҫтереүҙе ваҡлап һатыу өлкәһен файҙаланыуҙа күрәбеҙ, Беҙҙең бурыс — 2024 йылға магазиндар һанын 1000-гә еткереү, — тип белдергәйне ошо йылдың ғинуарында Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев. — Әле эшләгән магазиндарҙы үҫтереү менән генә сикләнмәй, берҙәм идараға буйһонған бренд булдырыу ниәте бар. Магазиндарға ул конкуренцияға торошло дәрәжә бирә».