24 марттан 29-на тиклем Сочи ҡалаһындағы «Сириус» федераль биләмәһендә Рәсәй мәғариф министрлығының «Талант и успех» фонды менән берлектә информатика фәне буйынса ойошторған Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы үтте. Ярышта Рәсәй төбәктәрендә үткән мәктәп, муниципаль һәм төбәк этаптарында уңышлы сығыш яһаған 9-11 класс уҡыусылары ҡатнашты.
Өфө ҡалаһының 153-сө лицейының 11-се класс уҡыусыһы Григорий Писаренко еңеүсе, шул уҡ белем биреү йортоноң 11-се класс уҡыусыһы Артём Сафин — олимпиаданың призеры дәрәжәһенә лайыҡ булды.
Олимпиаданың йомғаҡлау этабында ике турҙа уникаль мәсьәләләрҙе сисергә кәрәк ине. Информатика буйынса ярыштарҙың үҙенсәлеге интерактив мәсьәләләрҙе сисеп ярыштар барышында уҡ тикшереү. Турҙар араһында уҡыусылар өсөн алты көнлөк ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс программа тәҡдим ителде. Улар IT-тармаҡ һәм алдынғы юғары уҡыу йорттары вәкилдәренең лекцияларын тыңланы, интеллектуаль уйындарҙа ҡатнашты, кино ҡараны.
Олимпиаданың һәр этабына уҡыусыларҙы «Өфө дәүләт авиация-техник университеты»ның иҫәпләүсе математика һәм кибернетика кафедраһы өлкән уҡытыусыһы Артём Рипатти әҙерләне һәм оҙатып йөрөттө. Әҙерлек иһә «Аврора» таланттар үҫтереү үҙәгендә ойошторолдо.
Бөтә Рәсәй олимпиадалары уҡыусылар алдында киң мөмкинлектәр аса. Йомғаҡлау этабында еңеүсе һәм призёр дәрәжәһе эйәләре Башҡортостан Башлығы премияһына дәғүә итә, шулай уҡ илдең теләгән бер юғары белем биреү йортона профиль буйынса ҡабул итеү имтиханын тапшырмайынса уҡырға инеү мөмкинлеген ала. Еңеүселәрҙе әҙерләгән уҡытыусылар ҙа Башҡортостан Башлығы премияһы менән бүләкләнә.