Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһен күҙәтеү хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, һуңғы арала социаль селтәрҙәр һәм төрлө маркетплейстар аша дауалау сараларын законһыҙ һатыу осраҡтары йышая. Ошо уңайҙан хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, закон буйынса дарыуҙарҙы дистанцион тәртиптә тик махсус рөхсәт алған дарыуханалар һатырға һәм заказ биреүсегә тапшырырға хоҡуҡлы. 2021 йыл аҙағына ошондай рәхсәт алған 421 ойошма бар. Рецепт буйынса бирелергә тейеш дарыуҙарҙы дистанцион тәртиптә һатыу тыйыла.
Ведомство Интернет аша дарыу һатыуҙы 2020 йылдың май айынан күҙәтеүгә алды. Үткән йылда улар дарыуҙарҙы законһыҙ һатыусыға йүнәлткән 16 339 һылтанманы юҡ иткән, шуларҙың 2 127-һе социаль селтәрҙә. Росздравнадзор әлеге ваҡытты интернетта граждандарҙың дарыу ҡабатлап һатыуы тураһындағы иғландарының иң йыш теркәлгән мәле, тип билдәләй. Һәм был ғәмәлдең законһыҙ булыуы, бындай препараттар менән дауаланыуҙың һаулыҡҡа зарар яһауы йәиһә көтөлмәгән эҙемтәләргә килтереүе ихтималлығы тураһында иҫкәртә. Сөнки был осраҡта һатыусы дарыуҙың сифатына ҡағылған гарантия бирмәй. Дарыуҙарҙы тик фармацевтика эшмәкәрлеге һәм уны дистанцион тәртиптә бойомға ашырыу рөхсәте булған дарыухананан һатып алырға мөмкин.