Парламент ултырышында Радий Хәбиров мөһим белдереүҙәр яһаны

Парламент ултырышында Радий Хәбиров мөһим белдереүҙәр яһаны

Республика башлығы Украинала махсус операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләренә 2-шәр миллион һум түләргә ҡушты. Радий Хәбиров был турала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында белдерҙе һәм «Һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзаларына өҫтәмә ярҙам саралары тураһында»ғы закон проектын депутаттар ҡарамағына сығарҙы. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 42-се ултырышы иң оҙайлыларының береһе. Көн тәртибендә закон проекттарын ҡарауҙан тыш, Башҡортостан хөкүмәтенең һәм Контроль-иҫәп палатаһының 2021 йылғы эшмәкәрлеге буйынса отчеттары ла индерелгән. Башҡарма власть эшмәкәрлеген баһалау үткән йылда башҡарылғанды барлап, хаталарҙы билдәләү, киләһе йылдарға маҡсаттарҙы аныҡлау сараһы. Уларҙың иң мөһимдәренә инеш сығышында Республика Башлығы туҡталып китте. Радий Хәбиров тәҡдиме менән ултырышта ҡатнашыусылар Украиналағы махсус операция барышында һәләк булған һалдаттарҙы бер минут тынлыҡ менән хәтергә алды. Башҡортостан етәксеһенең батырҙарыбыҙҙың яҡындарын ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ тигән вәғәҙәһе һүҙҙә генә ҡалманы. Радий Хәбиров мәрхүмдәрҙең яҡындарына ярҙам тураһындағы закон проектын тәҡдим итте. Республика Башлығы тәҡдимен депутаттар хуплаясағы шикһеҙ ине, сөнки ул алҡыштар менән ҡаршы алынды. Пандемияның икенсе йылын республика властары лайыҡлы үтте. Был һүҙҙәрҙе 2021 йылғы отчет һандары дәлилләй. Башҡортостан иҡтисадының өстән бер өлөшөн тулыландырған сәнәғәт ете ярым процент үҫеш күрһәтә, ә был тармаҡты үҫтереү сәйәсәте буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урынға сыҡты. Инвестиция йәлеп итеү буйынса ла республика алдынғы позицияларҙа ҡала. Былтыр республикаға төбәк тарихы өсөн рекордлы 419 миллиард һум аҡса йәлеп ителгән. Тағы бер рекорд төҙөлөштә – 2,9 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. 2024 йылға Рәсәй Президенты ҡуйған маҡсатты тормошҡа ашырып алданған өлөшсөләр мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү күҙаллана. Радий Хәбиров командаһы килгән ваҡытта уларҙың һаны 10 меңдән ашыу булһа, бөгөн 3 мең 800 кеше ҡалған. Эшһеҙлек күрһәткестәре пандемияға тиклемге кимәлгә еткән, шул уҡ ваҡытта республикала тәүге тапҡыр миграцион үҫеш теркәлгән. Төп иғтибар, әлбиттә, һаулыҡ һаҡлау тармағына булды, тине үҙ сығышында Радий Хәбиров. Һәр тармаҡ буйынса ентекле отчет менән депутаттар алдында Премьер-министр Андрей Назаров сығыш яһаны. Халыҡ вәкилдәре башҡарма власть эшенә бәйле үҙ һорауҙарын да еткерҙе. ултырышының икенсе өлөшөндә көн тәртибенә сығарылған закон проекттары ҡаралды. Улар араһында “Алкоголизм, наркомания һәм таксикоманияны иҫкәртеү тураһындағы” законды айырым билдәләп китергә кәрәк. Депутаттар айнытҡыстарҙы киренән тергеҙергә тәҡдим итә, ул дәүләт-шәхси партнерлыҡ ниггеҙендә башҡарыласаҡ. Статистика буйынса йыл һайын 10 мең кеше иҫерек килеш туңып үлә. Украина, Донецк һәм Луганс халыҡ республикалары биләмәләрендәге махсус операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын биреүҙе күҙ уңында тотҡан федераль законға ярашлы, төбәк ҡануниәтенә лә өҫтәмәләр индерелә. Бынан тыш, Республика Башлығының мәрхүм булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә 2 миллион һумлыҡ матди ярҙам күрһәтеү тәҡдимен депутаттар ошо уҡ көндө ҡараны һәм бер юлы 3 уҡыуҙа бер һүҙҙән хупланы. Бер кем дә ярҙамһыҙ ҡалмаҫҡа тейеш. Америка һәм Евросоюз тарафынан Рәсәйгә иғлан ителгән иҡтисади һуғыш шарттарында бөтә граждандар ҙа яҡлау табасаҡ, тип вәғәҙәләнде хөкүмәт эшмәкәрлегенә бәйле отчетта. Ул ярҙам, тәү сиратта, сәнәғәт, ауыл хужалығы, медицина, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ, иҡтисадтың мөһим тармаҡтарының тотороҡло эшен тәьмин итеү аша башҡарыла. Бөтә йүнәлештәр буйынса Федераль бюджеттан быйыл республика 82 миллиард ярым һумлыҡ ярҙам аласаҡ.Хөкүмәт алдында бөгөн тағы ла ҡатмарлыраҡ бурыстар тора. Әле пандемиянан арынып бөтмәгән иҡтисадты санкция, сикләүҙәр һәм көрсөктән ҡотҡарыу. Уның менән бер рәттән халыҡтың тормош шарттарвн яҡшыртыуға өлгәшеү. Радий Хәбиров билдәләгән маҡсат — Башҡоростанды йәшәү өсөн иң уңайлы төбәк итеү төп приоритет булып ҡала. Шулай итеп, дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай республика хөкүмәте отчетын бер тауыштан хупланы. Сәйәси күҙәтеүселәр фекеренсә, был, тәү сиратта, йәмғиәттең һәм сәйәси көстәрҙең бергә тупланыуын күрһәтә. Әйткәндәй, коммунистар фирҡәһе етәксеһе Юнир Ҡотлоғужин парламент фракциялары менән осрашыуҙар үткәреүҙе һорап Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итте. Тиҙҙән һәр фракция менән ошондай осрашыуҙар ойоштороласаҡ.