Башҡортостанда аҙыҡ-түлек етәрлек тупланған! Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штабтың ултырышын уҙғарҙы. Унда ҡулланыусылар баҙары, тауарҙарға хаҡтар артыу һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Сауҙа кибеттәрендә шәкәргә бәйле ажиотаж кәмей. Сөнки һуңғы арала заводтар 9 мең тоннаға яҡын татлы ризыҡты магазиндарға оҙатҡан. Бынан тыш, келәттәр ҙә шәкәр ҡомо менән тулы. Дәүләт тарафынан предприятиеларға бүленгән субцидиялар хаҡтарҙы элекке кимәлдә һаҡларға ярҙам итә. Мәҫәлән, икмәк бешереүсе – 62 миллион, һөт эшкәртеүсе ойошмалар – 71 миллион һум ярҙам алған. Көн һайын уҙғарылған мониторинг социаль тауарҙарға хаҡтар артыуын асыҡларға ярҙам итә. Бер көн эсендә 332 магазин тикшерелгән. Әле һаман шәкәр, ҡарабойҙай, он, тоҙ һәм ҡағыҙ ҡиммәтләнә. Шул уҡ ваҡытта был тауарҙар менән кәштәләр тула бара. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сауҙа үҙәктәрен тикшереүҙе кәметмәҫкә һәм хаҡтарҙың артыуын күҙәтергә ҡушты. Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт хаҡтар артыу мәсьәләһе буйынса “ҡыҙыу элемтә” ойошторған. Шылтырытауҙарҙың яртыһы шәкәргә бәйле. Ведомство тауарҙың заводтан магазинға барып етеү юлын контролгә алған. Радий Хәбиров ауыл хужалығы министрлығына был эштә ярҙам күрһәтергә бойорҙо. Быйыл республика шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарын 36 мең гектарҙан 47 мең гектарға тиклем еткерергә планлаштыра. Был майҙандар Башҡортостанды шәкәр менән тәьмин итеү өсөн етәрлек, тип иҫәпләнә. Төбәктә тарифтарҙы пландан тыш күтәрмәйәсәктәр. Мәҫәлән, 2022 йылдың беренсе кварталында хаҡтар уҙған йыл кимәлендә ҡала. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡтар 1-се июлдән артыр, тип көтөлә. Рәсәйҙең мәғрифәтселек министрлығы башланғыс кластарҙа йылы туҡланыуҙы өҫтәмә индексацияламаясаҡ. Әммә ил һәм Башҡортостан министрлыҡтары йыл һайын экономияланған аҡсаны рационды арттырырға һәм ҡиммәтләнгән аҙыҡ-түлек хаҡын ҡапларға йүнәлтергә килешкән. Ошо турала хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе. Ә бына льготаға хоҡуҡлы ғаилә балаларына туҡланыуҙы индексациялау планлаштырыла. Төбәктең дәүләт ярҙамы сараларында ошондай пакет ҡаралған. Әле был документ министрлыҡ-ведомстволарҙа тикшереү үтә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оператив штабтың киләһе ултырышына иҡтисадтың сәнәғәт секторы эшмәкәрлеге һәм алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеү буйынса ентекле анализ эшләргә ҡушты.
Борсолорға урын юҡ!
Борсолорға урын юҡ!