1 апрель ҡояш байыу менән донъя мосолмандары Рамаҙан айына аяҡ баҫа. Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе, мөфтөй Бирғәлин республика мосолмандарына тәбрик һүҙҙәрен һәм изге теләктәрен еткерҙе. Ураҙаның маҡсаты — иманды нығытыу, рухи үҫешкә өлгәшеү, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. Иманлы кешеләр өсөн ураҙа, тәү сиратта, рухи һәм физик яҡтан сафланыу, тыйылған сара һәм күренештәрҙән ситтә тороу мөмкинлеген бирә. Рамаҙанда мәсеттәрҙең ишектәре тәүлек әйләнәһенә асыҡ. Мосолмандар Алла йортона тәүәрих намаҙын уҡырға килә, ауыҙ асыу мәжлестәре ойошторола. Изге ай Ураҙа Ғәйете менән тамамлана.
Донъя мосолмандары Рамаҙан айына аяҡ баҫырға әҙерләнә
Донъя мосолмандары Рамаҙан айына аяҡ баҫырға әҙерләнә