Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай класы асылыуға 50 һәм Рәсәй халыҡтарының милли уйын ҡоралдары бүлегенә 30 йыл тулыуға арналған "Уйна ҡурай" исемле конференция һәм ҙүр юбилей концерты үтте. Ҡурай – ул башҡорт халҡының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге. Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай классына нигеҙ һалыныуына 50 һәм Рәсәй халыҡтарының милли уйын ҡоралдары бүлеге асылыуға 30 йыл тулыуға арналған сарала профессиональ музыканттар үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм киләсәктә ҡурайҙы үҫтереү йәһәтенән төрлө әңгәмә ҡорҙо. Сарала мәшһүр ҡурайсыларҙы, уларҙың хеҙмәтен һәм ҡаҙаныштарын иҫкә алыу икеләтә ҡыуаныс, ти ҡатнашыусылар. Бөгөн йәш быуынды ҡурай уйнарға өйрәтеү – ҙур эш. Беренсе профессиональ ҡурай класына нигеҙ һалған мәшһүр ҡурайсы Ғата Сөләймәнов “Әгәр һин ҡурайҙа уйнай беләһең икән, башҡаларҙы ла өйрәт” тигән. Ысынлап та, ҡурай серҙәренә өйрәтеү – ул рухи мираҫты һаҡлау, был мираҫты йәш быуынға тапшырыу, ти ҡурайсылар. Ҡурай — ул башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм тормошо. Ғата Сөләймәнов ҡурай данын үҫтереү һәм уны яңы кимәлгә сығарыу йәһәтенән бик күп көс һала. 1971 йылда ул Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай классына нигеҙ һала. Ҡурай сәнғәтен өр-яңы бейеклеккә күтәреү, башҡорт халҡының рухи байлығын үҫтереү һәм уны йәш быуынға еткереү – ул Ғата Сөләймәнов ҡалдырған изге мираҫ. Ярты быуат эсендә Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай классы Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең тиҫтәләгән атҡаҙанған һәм халыҡ артистарын үҫтергән.
Ҡурай даны
Ҡурай даны