Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты бойороғо менән 1 апрелдән пассажирҙарға «Алға» картаһы менән түләгәндә юл хаҡы 28 һумға, ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә 33 һумға төшә. Экспреста юл хаҡы хәҙер 40 һум тора. Бынан тыш, ҡала яны автобустарында тариф бер саҡрым өсөн 3 һум 30 тин була, ә багажды ташыу – 27 һум.
Ҡала автобустарында йөрөү ҡиммәтләнә
Башҡортостанда йәмәғәт транспортының автобус маршруттарында беренсе апрелдән юл хаҡы күтәрелә.