Был башланғыс тураһында дәүләт башлығы 8 мартта белдерҙе. Ярҙам сараһын күрһәтеү 1 апрелдән ғәмәлгә индерелә. Аҡса 2022 йылдың майында түләнә башлай. Указды тормошҡа ашырыр өсөн бюджеттан 500 миллиард һум бүленгән.
Түләүҙәргә килеме йән башына йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған ғаиләләр дәғүә итә. Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре сайтында бирергә, һуңынан Рәсәй Пенсия фонды бүлексәләренә мөрәжәғәт итергә мөмкин.