Дим районыныда кинотеатр буласаҡ

Ошо хаҡта үҙ мәғлүмәт сығанаҡтарына һылтанып социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Демчане” төркөмө хәбәр итте. Буласаҡ кинотеатр Дағстан урамындағы 2-се йортта урынлашҡан "Магнит-Экстра" супермаркеты майҙанында ҡорола.

Был социаль-мәҙәни объектты башҡаланың Дим районы халҡы бер нисә йыл көтә.

Проект буйынса кино комплексы 70 тамашасыға иҫәпләнгән өс кинозалдан торғаны билдәле. Экрандарҙан премьераларҙан тыш тарихи картиналарҙы ла күрһәтеү күҙ уңында тотола. Кинотеатр идеяһын бойомға ашырыусылар тамашасылар өсөн ял урындары менән фуд-корт асырға ла ниәтләй.

Проект әлегә килешеүҙәр этабын үткән, подрядсы яҡын киләсәктә эш башларға әҙерләнә.

Дим районындағы кинотеатрҙы Башҡортостан Республикаһы көнөнә асыу көтөлә.