Башҡортостанда тағы ла бер ҡомартҡы ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы дәрәжәһенә дәғүә итә

Яҡын киләсәктә ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлеге Башҡортостанда урынлашҡан йәнә бер ҡомартҡы менән тулыланырға мөмкин. Ошо хаҡта “Панорама Башҡортостана” баҫмаһы хәбәр итте.

Һүҙ Шишмә районындағы Торахан һәм Хөсәйен-бәк кәшәнәләре тирәһендәге административ-табыныу комплексы хаҡында.

Торахан кәшәнәһе Көньяҡ Уралда урта быуат төҙөлөш оҫталығы өлгөләренең беҙҙең быуатҡа тиклем тәү торошонда һаҡланып ҡалған берҙән-бер һәйкәле. Хөсәйен-бәк кәшәнәһе 1911 йылда яңыртып ҡоролған.

Кәшәнәләр тирәһендә административ-табыныу комплексын “Евразия дала халыҡтарының тарихи-мәҙәни үҙәге” итеп тергеҙеү тураһындағы мәсьәләне Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе попечителдәр советы ултырышының көн төртибенә тәҡдим итергә йыйына. Ултырыш тиҙҙән "Торатау" геопаркында ойошторола.

Ҡарар ҡабул ителгән осраҡта Башҡортостан донъя кимәлендә танылған йәнә бер һәйкәлгә эйә буласаҡ һәм киләсәктә уны ЮНЕСКО-ның донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү мөмкинлеге тыуасаҡ.