Коронавирус: һауыҡҡандар сирлеләрҙән ике тапҡырға күберәк

Республиканың яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса оператив штабы ауырыу таралыуға бәйле мәғлүмәттәрҙе яңыртты. Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 511 кешелә сир табылған, сирлеләрҙең 1100-ө һауыҡҡан. Шулай итеп, сирлеләр ауырыуҙы еңгәндәргә ҡарағанда ике тапҡырға аҙыраҡ.

Пандемия башланғандан алып 276 641 кеше коронавирус йоҡторған, 267 919-ы һауыҡҡан.

Әлеге ваҡытта 89 пациент — дауаханала, 3 130-ы өйөндә дауалана.

Республикала 2 406 213 кеше вакцинация үткән.