Башҡортостанда тәгәрмәсле йорттар етештерелә башланы

Был эште Kami camper компанияһы йүнселдәре яйға һалды. Эшҡыуарҙарҙың стартапы тураһында социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Радий Хәбиров хәбәр итте.

«Асылда был алыҫ араларға уңайлы сәйәхәт ойошторорға булышлыҡ иткән автомобиль таҡмаһы. Сит илдә ошондай транспорт бик йыш ҡулланыла, Рәсәйҙә иһә бындай тауар етештереүселәрҙең һаны берәмектәрҙә генә иҫәпләнә», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Идея авторҙары фекеренсә, улар эшләп сығарған тәгәрмәсле йорттар еңел һәм йылы. Йорт эсендә бар кәрәкле йыһаздар урынлаштырылған, ҡояш панелдәрен ҡуйғанда техника өсөн электр энергияһын алырға мөмкин. Таҡма-йорттарҙы Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәренә сәйәхәт иткәндә прокатҡа алып торорға була.

«Минеңсә, ойошторолған турҙарға ҡарағанда үҙ-аллы сәйәхәт итеүҙе хуп күргәндәр өсөн ҡулай ҡарар», — тип билдәләне республика етәксеһе.

Радий Хәбиров шулай уҡ бындай таҡмаларҙың сәйәхәт итергә яратҡан һәр кем өсөн яҡшы ысул, тип баһаланы. Тимәк, эске туризм өсөн яңы мөмкинлектәр аса һәм бер отҡор идея нигеҙендә бизнес ҡороу мөмкинлеген раҫлай.