«Өфө уттары» 4 апрелдә: танылған сәхнә оҫтаһы Резида Фәхруллина үҙенең юбилейын билдәләй

Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Резеда Фәхруллина үҙенең юбилейын билдәләй.

Бөгөн, 4-се апрелдә, Өфө ваҡыты менән 20 сәғәт 10 минутта «Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында барасаҡ тапшырыу танылған сәхнә оҫтаһы, Өфө «Нур» татар дәүләт театры актрисаһы, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының халыҡ артисы Резида Фәхруллинаның тормошо һәм ижадына арнала.

- Актриса өсөн театр донъяһы нимәнән башланған?

- Нимә ул — амплуа? Резида Фәхруллина өсөн амплуа төшөнсәһе бармы?

- Провинциаль театрҙың үҙенсәлектәре нимәнән тора?

- Ыңғай ролме, әллә киреме? Ҡайһыһын һайлай Фәхруллина?

- Театрҙа кем хужа — режиссермы, әллә драматургмы?

Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар «Өфө уттары» тапшырыуында яңғырар.

Студия менән тура бәйләнеш телефоны: 8 (347) 246-50-33

Яҙма хәбәрҙәр өсөн («Whatsapp»): 8-919-617-96-41