Улар – Дүртөйлөнән Илфат Әхиәров һәм Саҡмағоштан Данил Вәлиев. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мәрхүмдәрҙең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм батырҙарға үлгәндән һуң генерал Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы. Ҡыйыу баһадир, алсаҡ йөҙлө, изге күңелле кеше. Илфат Әхиәров күптәр өсөн батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө. 15 йыл ғүмерен Ватанына хеҙмәт итеүгә арнаған егет, Украинала махсус операция барышында геройҙарса һәләк булған. Дүртөйлө ҡалаһында тыуып, Бөрө кооператив техникумында белем алған малай үҙ теләге менән Шишмә районындағы Алкин ҡасабаһында урынлашҡан хәрби частә хеҙмәт иткән. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Башҡортостан башлығы Указы менән сержант Илфат Әхиәровҡа үлгәндән һуң генерал Миңлеғәле Шайморатов ордены бирелде. Уның алдында баш эйеп, һуңғы юлға оҙатырға яҡындары, яҡташтары, дуҫтары йыйылды. Республика башлығы Радий Хәбиров мәрхүмдең яҡындарын ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ, тине. Төбәк башлығы Дүртөйлө районы хакимиәте алдында үҙ еренең данлы улы Илфат Әхиәровтың хәтерен мәңгеләштереү бурысын ҡуйҙы. Тыуған иле, халҡы өсөн янып йәшәгән батыр халыҡ хәтерендә лә ныҡлы урын алды. Илфат Әхиәров кеүек Данил Вәлиев та Алкинола контракт буйынса хеҙмәт иткән һәм ул да Украинала төпләнгән фашистарға, милләтселәргә ҡаршы көрәштә ғүмерен аямай көрәшкән геройҙар исемлегендә. Батырҙарыбыҙҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күреү бурысын мотлаҡ үтәйәсәкбеҙ, тине Радий Хәбиров. Ватанды һаҡлауҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн кесе сержант Данил Венер улы юғары наградаға лайыҡ. Генарал Шайморатов орденын Башҡортостан башлығы Данил Вәлиевтың әсәһенә тапшырҙы. Шулай уҡ, төбәк еткәсеһе тәҡдиме менән Украинала махсус операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләренә 2-шәр миллион һум күләмендә өҫтәмә матди ярҙам саралары тураһындағы закон проектын депутаттар ҡарамағына сығарғайны. Түләүҙәр был аҙнала башлана.
Украинала һәләк булған һалдаттарҙы һуңғы юлға оҙаттылар
Украинала һәләк булған һалдаттарҙы һуңғы юлға оҙаттылар