Украиналағы махсус операция ваҡытында һәләк булған хәрбиҙәрҙең яҡындарына Башҡортостан бюджетынан тейешле 2 миллион һумлдыҡ түләүҙе был аҙнала бирә башлаясаҡтар. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе. Башҡорт бал ҡорттарынан өлгө алырға кәңәш итте Радий Хәбиров Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән Оператив кәңәшмәне асып. “Башҡортостан” милли паркында ҡырағай бал ҡорттары уянған, беҙгә лә ваҡыт, тип ишараланы төбәк етәксеһе. Уянырға һәм тирә яҡты тәртипкә килтерергә. Министрҙар кабинетының торлаҡ-коммуналь һәм башҡа хужалыҡ тармаҡтарындағы чиновниктарға төбәлгән төп бурыстар. 1 майға республиканың барлыҡ ауыл-ҡалалары ялтырап торорға тейеш. Юлдарҙағы соҡорҙар йола буйынса яҙғы бәләләр рейтингында беренсе урынға сыҡты. Аҙна эсендә “Инцидент-менеджмент”ҡа 755 мөрәжәғәт килгән. Бынан тыш, белгестәр тарафынан 7 мең километр юл тикшерелеп 20 мең соҡор-ярыҡ асыҡланған. Яртыһы ямалған. Юл хужалығы өсөн яуаплы чиновниктар яҙҙың быйыл һуң килеүе арҡаһында эҫе асфальт ҡулланыу мөмкинлеге юҡ тип аңлата, соҡорҙар әлегә һыуыҡ ҡатнашма менән һылана. Көндәр йылынғас та еренә еткереп юл ямауға тотонасаҡтар. Материал бының өсөн етерлек, санкциялар йоғонто яһамаған. Радий Хәбиров үткән йылдарҙа тәртипкә һалынған системаны һәм алымдарҙы файҙаланып эште ойошҡанлы башҡарыу бурысын ҡуйҙы.Тәнҡит утына Өфөләге “Южный” һәм “Птицы” парктарын үҙ ваҡытында файҙаланыуға тапшырмаған өсөн яуаплы чиновниктар ҙа эләкте. Радий Хәбиров хатта эштән бушатыу менән янаны. Кәңәшмәлә был ике паркта көндәр йылыныу менән эштәр тамамланасаҡ һәм апрель аҙағында унда “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә ағас ултыртып рәсми асырға вәғәҙәләнде. Экологик акцияға килгәндә быйыл ул 23 апрелдән башлап 10 майға тиклем дауам итәсәк. Барлығы 49 мең төп ағас ултыртыу күҙаллана. Үҫентеледәрҙең 16 меңе эре ағастан әҙерләнгән. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев ысын ирҙәргә үҙ ағасын ултыртырға тәҡдим итте. Йәғни, теләгән һәр кем район йә ҡала хакимите сайтында теләгән аллеяны һайлап ултыртыласаҡ үҫенте өсөн аҡса түләй һәм “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә ғаиләһе менән килеп уны ултырта ала. Тәҡдимде Радий Хәбиров хупланы, тик уны еренә еткереп ойошторорға ҡушты. Акцияның маҡсаты – ҡалаларҙы йәшелләндереү, йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Һуңғы йылдарҙа был тәңгәлдә башҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәһе булыуы ҡыуаныслы. Рәсәйҙең төҙөлөш министрлығы әҙерләгән уңайлы мөхит булдырылған ҡалалар рейтингына Башҡортостандың 14 ҡалаһы эләккән. Республика быйыл федераль ярҙам менән мәктәптәрҙе ремонтлау проектына ла бик уңышлы эләккән. Финанслау күләме буйынса Рәсәйҙә икенсе булып киләһе уҡыу йылы тамамланғансыҡңға тиклем 191 белем усағы бинаһын капиталь ремонтлау ҡарала, бының өсөн 9 миллиард ярымға яҡын аҡса бүленә. Ул үткән йылдар менән сағыштырғанда тиҫтәләрсә тапҡырға күберәк. 1 сентәбргә 63 мәктәптә эштәр башҡарыласаҡ та инде, бының өсөн ҡайһыларында эштәрҙе әле үк башлағандар. Ремонт ваҡытына уҡытыу процессы туҡтатылмай, балаларҙы икенсе белем усаҡтарына алып барып уҡытыу, айырым осраҡтарҙа буш бина табып шунда дәрестәр ойоштороу күҙаллана. Бындай мөмкинлек булмаған осраҡта уртансы класстар дистанцион уҡыуға күсә, ә башланғыс һәм сығарылыш класстар өсөн уҡыу дауам итә. Бөгөн Өфөнән Донбассҡа гуманитар йөк менән сираттағы коллонна юлға сыға. 83 тонна ярым 4 фураға тейәлгән, ДНР һәм ЛНР-ға икешәрҙән. Башлыса төҙөлөш материалдары, шулай уҡ аҙыҡ-түлек, гигиена кәрәк-яраҡтары һәм балалар өсөн әйберҙәр.
Һәләк булған хәрбиҙәрҙең яҡындарына түләүҙәр был аҙнала башлана
Һәләк булған хәрбиҙәрҙең яҡындарына түләүҙәр был аҙнала башлана