Халыҡ контроле

Халыҡ контроле

“Халыҡ контроле” йәмәғәт ойошмаһы Өфө магазиндары буйлап шәкәр, тоҙ, кәбеҫтә, А4 форматындағы ҡағыҙға хаҡтарҙы тикшерҙе. Рейд барышында ҡағиҙә боҙоусылар теркәлде. Билдәле булыуынса ошо көндәрҙә көнкүрештә ҡулланыла торған ҡайһы бер тауарҙарға хаҡтар ҡапыл бер нисә тапҡырға күтәрелгәйне. Мәҫәлән, 3 аҙна эсендә ябай ҡағыҙға хаҡ алты тапҡырға ҡыйбатланған. Әле Өфө магазиндарында махсус ағартҡыс менән буялмаған ҡағыҙҙы ла һатып алырға мөмкин. Уның хаҡы 580 һум. Кәштәләрҙә шулай уҡ ағартылған ҡағыҙҙар ҙа бар, хаҡтар уларға күтәрелгән. Шулай уҡ рейд барышында йәмәғәт ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре аҙыҡ-түлек магазиндарын да тикшереп, халыҡ менән дә аралашты. “Халыҡ контроле” йәмәғәт ойошмаһы бындай ҡағиҙә боҙоусыларҙы теркәп барасаҡ. Рейдтар даими үткәрелеп торасаҡ.