Башҡортостанда бөтә төр милеккә ревизия үткәрелә

Башҡортостанда бөтә төр милеккә ревизия үткәрелә

Башҡортостанда ташламаға эйә булған ҡатламдан 69 меңгә яҡын граждан ер бүлеме менән тәьмин ителгән. Хәҙер сиратта тороусылар һаны 74 процентҡа кәмегән. Күп балалы, инвалид балаһы булған ғаиләләр, тәҡдим ителгән ер участкаһынан баш тартып, 250 мең һум аҡса алған. Башҡортостандың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская матбуғат конференцияһында былтырғы ҡаҙаныштар һәм 2020 йыл пландары тураһында һөйләне, ер участкаларын файҙаланыуҙағы үҙгәрештәр, төбәктең иҡтисади үҫеше һәм инвестиция сәйәсәте сиктәрендә дәүләт ярҙамы һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында бәйән итте. Башҡортостанда бөтә төр милеккә ревизия үткәрелә. Шулай уҡ йәй миҙгеле башланыр алдынан шифаханаларҙа күберәк кеше ҡабул итеү маҡсатында бүлмәләр һанын арттырыласаҡ. Сиктәр ябылыу сәбәпле, быйыл йәйге ял ваҡытында Рәсәйҙә күптәр эске туризмға өҫтөнлөк бирәсәк.