Әммә белгестәр Башҡортостан биләмәһендә ял итеүселәрҙең һаны артыуын билдәләй. Республикаға туристар ағымы пандемия мәлендә үк күҙәтелә башлағайны. Әле иһә осоштар сикләнгән мәлдә эске туризм тағы ла нығыраҡ үҫешә. Мәҫәлән, Силәбе һәм Свердловск өлкәләрендә йәшәүселәр күп осраҡта минераль һыу сығанағы янында урынлашҡан Янғантауҙа ял итеүҙе һайлай. Юлламаларҙың хаҡы үҙгәрерме-юҡмы – әле был һорауға аныҡ ҡына яуап юҡ. Нисек кенә булмаһын, “Туристик кешбэк” дәүләт программаһы экономияларға мөмкинлек бирәсәк. Уға ярашлы 2022 йылдың июненә тиклем Рәсәй буйынса турҙарҙар хаҡының 20 процентын кире ҡайтарырға мөмкин. Әммә 20 мең һумдан ашыуыраҡ түгел.
Рәсәйҙә туристик миҙгел башлана
Рәсәйҙә туристик миҙгел башлана.